Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
3 Ноябрь 2022, 19:50

Байрамға матур бүләк

Тулыраҡ:

Байрамға матур бүләк
Байрамға матур бүләк

Балтас районы Мағашлы-Алмантай ауылында байрам - «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу» федераль проекты сиктәрендә фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Яңы медицина учреждениеһы һуңғы заманса стандарттар буйынса йыһазландырылған. Фельдшер-акушерлыҡ пунктында 280 пациент, шул иҫәптән 40-тан ашыу бала ҡабул ителәсәк.
Фельдшер Зилә Александрова ауыл халҡы сәләмәтлеге һағында 16 йылдан ашыу торған. Фельдшер-акушерлыҡ пунктының авария хәлендә тип танылған иҫке бинаһында
йылытыуға ҡарамаҫтан, көҙҙән йәйгә тиклем һалҡын ине.
Хәҙер пациенттар һәм медицина персоналы
өсөн уңайлы шарттарбулдырылған. ФАП аҙ хәрәкәт иткән граждандар өсөн уңайлыҡтар, янғын хәүефһеҙлеге һәм һаҡсыл технологиялар талаптары сиктәрендә төҙөлгән.

Гөлназ Ғәлләмова.

Байрамға матур бүләк
Байрамға матур бүләк
Читайте нас: