Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
9 Октябрь 2022, 10:00

Баш шаулаһа

Һарымһаҡлы төнәтмә склероздан һәм баш шаулауҙан яҡшы сара булып һанала.

Баш шаулаһа
Баш шаулаһа

Ул түбәндәгесә яһала. Ярты литрлыҡ банканың 1/3 өлөшөнә әрсеп ваҡланған һарымһаҡ һалығыҙ ҙа, банканы тултырып спирт ҡойоғоҙ. Һауытты ҡара ҡағыҙ йә туҡымаға төрөп, ун көн йылыла тотоғоҙ. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан егерме тамсылап ярты стакан һөткә һалып эсегеҙ.

  Дауалау курсы — ике аҙна. Бер аҙна ял иткәндән һуң, процедураны ҡабатлағыҙ.
Баш шаулауҙан шулай уҡ мелисса (лимонлы бөтнөк) ярҙам итә. Уны сей килеш ашау һәм киптереп сәйгә, кеүәҫ йә компотҡа ҡушып эсеү ҙә файҙалы. Мелисса сәйен гел ҡулланырға мөмкин, уның бер ниндәй ҙә зыяны юҡ.

 

Фото:alcoholclub.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-10-08/bash-shaula-a-2981178
Баш шаулаһа
Баш шаулаһа
Автор:
Читайте нас: