+5 °С
Болотло
Бөгөн район Мәҙәниәт һарайында, Балтас районы башҡорттары ҡоролтайы булышлығында, Бөтә донъя айыҡлыҡ һәм алкоголизмға ҡаршы көрәш көнөнә арналған сара уҙҙы.
Сара башында "Үҙ-үҙеңде һәләк итмә" тигән театрлаштырылған тамаша күрһәтелде.
Бынан һуң балалар "Дөйөм эш" проектының "Үҙ-үҙеңде һаҡла" циклынан видеороликтар, шулай уҡ организмға алкоголь зыяны тураһында роликтар ҡараны.Үҫмерҙәр, һаулыҡ - бик ҡиммәтле бүләк, уны һаҡларға һәм арттырырға кәрәк, ә иң мөһиме, "Сәләмәт булыу - модала!" тигән фекергә килде. Сара Руслан Халиҡов һәм Әлфинә Нурҡаева башҡарыуында спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүеше тураһында йырҙар менән тамамланды.
Гөлназ Ғәлләмова.