Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
1 Октябрь 2022, 11:00

Фәнзиә Әхмәтйәнованың тормош девизы: “Хәрәкәттә — бәрәкәт”

Солтанай ауылында ғүмер кисереүсе Фәнзиә  һәм Реваль Әхмәтйәновтарҙың татыу, тырыш, әүҙем, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған ғаиләһен күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Бар ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған пар хаҡлы ялда ла тынғыһыҙ тормош менән йәшәй.

Фәнзиә Әхмәтйәнованың тормош девизы: “Хәрәкәттә — бәрәкәт”
Фәнзиә Әхмәтйәнованың тормош девизы: “Хәрәкәттә — бәрәкәт”

Фәнзиә Әмерхан ҡыҙы  йәштән үк спорт менән шөғөлләнә — тәжрибәле саңғысы. Уҡыған сағында ла, эшләгәндә лә район ярыштарында ҡатнашып, гел 1-се урындар яулай. Хаҡлы ялда ла ул спортҡа булған һөйөүен ташламай. Ҡыш буйына бер көн дә ҡалдырмай — сатлама һыуыҡмы, буранмы, 15 километрлап юл үтә. Ә йәйен йәйәү йәки велосипедта йөрөй. “Мин шул тиклем тәбиғәтте яратам, бигерәк тә ҡыш көнөн, саңғыла йөрөп, әйләнә-тирәбеҙҙәге гүзәллеккә һоҡланып, шатланып, йәнемә тыныслыҡ, рәхәтлек алам. Хәрәкәт итеү аяҡ-быуындар өсөн дә, тотош организмға файҙалы бит”, — тип ихлас һөйләй быйыл яҙ ете тиҫтәһен тултырған гүзәл зат.

Ике ҡыҙына һәм улына, ейән-ейәнсәрҙәренә хәстәрлекле әсәй һәм өләсәй, Реваль Ғәтиәт улына һөйөклө тормош иптәше булған Фәнзиә Әмерхән ҡыҙы аш-һыуға, төрлө салаттар, тоҙланмалар, ҡайнатмалар әҙерләргә бик оҫта. Матурлыҡҡа ғашиҡ гүзәл зат гөл-сәскә үҫтерергә ярата. Йәй көнө уларҙың йорт тирәһе ҡояштай балҡып, шау сәскәлә ултыра. Ниндәй генә емеш-еләк, йәшелсә үҫмәй уларҙың баҡсаһында!

Әхмәтйәновтар кеүек хаҡлы ялда ла тынғыһыҙ тормош менән йәшәгән, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған оло быуын вәкилдәре йәштәргә матур үрнәк булып тора.

Илһөйәр Махатова.

Фәнзиә Әхмәтйәнованың тормош девизы: “Хәрәкәттә — бәрәкәт”
Фәнзиә Әхмәтйәнованың тормош девизы: “Хәрәкәттә — бәрәкәт”
Фәнзиә Әхмәтйәнованың тормош девизы: “Хәрәкәттә — бәрәкәт”
Фәнзиә Әхмәтйәнованың тормош девизы: “Хәрәкәттә — бәрәкәт”
Фәнзиә Әхмәтйәнованың тормош девизы: “Хәрәкәттә — бәрәкәт”
Фәнзиә Әхмәтйәнованың тормош девизы: “Хәрәкәттә — бәрәкәт”
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: