+4 °С
Болотло
Быны улар мәктәптәрҙә булдырылған стоматология кабинеттарында эшләй аласаҡ. Был турала бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтте.
– Ундағы кабинеттар заманса, беҙ суперзаманса ҡорамалдар алдыҡ. Был айырыуса ауыл уҡытыусылары өсөн мөһим. Уҡытыусылар унда барып тешен дауалай алһын, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе белдереүенсә, был программа “Юғарыға ос” проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Яңы уҡыу йылында Башҡортостан мәктәптәрендә 11 стоматология кабинеты эшләй башланы. 2019 йылдан алып бөтәһе ошондай 80 кабинет булдырылған. Уларҙың һаны артырға тейеш.
Фото: news.myseldon.com