Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
15 Август 2022, 16:00

Башҡорт сәй эсә. Ә эхинацея сәйен ҡулланаһығыҙмы?

Эхинацея яман шешкә, диабетҡа ҡаршы көрәштә ярҙам итә, үҫемлек составында хикор кислотаһы бар.

Башҡорт сәй эсә. Ә эхинацея сәйен ҡулланаһығыҙмы?
Башҡорт сәй эсә. Ә эхинацея сәйен ҡулланаһығыҙмы?

Һуңғы ваҡытта күптәр үләндән әҙерләнгән төрлө сәйҙәргә өҫтөнлөк бирә. Кемеһелер уны үҙҙәре йыйып, киптереп, етештерһә, икенселәре магазиндан һатып ала. Иммунитетты нығытыуға ҡараған сәйҙәргә эхинацея нигеҙендә әҙерләнгән сәй ҙә инә. Белгестәр белдереүенсә, бындай сәй иммун системаһын нығытып ҡына ҡалмай, яман шеш күҙәнәктәренең үҫешен дә кәметә.

Был үләндең тыуған иле – Төньяҡ Америка. Уны, нигеҙҙә, төрлө экстракттарға, төнәтмәләргә һәм дарыу төймәләренә ҡушалар. Ғалимдар иҫбатлауынса, эхинацея вируслы һәм инфекциялы сирҙәргә ҡаршы көрәштә ярҙам итә. Уны йыш ҡына киҙеү кеүек ауырыуҙарҙан дауаланыуҙа файҙаланалар.
 
Бынан тыш, үҫемлек составында хикор кислотаһы бар. Ул иһә ашҡаҙан аҫты биҙендәге һәм эсәктәрҙәге яман шеш күҙәнәктәрен юҡ итергә ярҙам итә, тиҙәр. Белгестәр фекеренсә, эхинацеянан әҙерләнгән сәй ҡандағы шәкәрҙе кәметә, шуға уны II типтағы шәкәр диабеты менән сирләгән кешеләргә ҡулланырға кәңәш ителә.
 
Шулай ҙа табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
 
Фото: golos.ua
Башҡорт сәй эсә. Ә эхинацея сәйен ҡулланаһығыҙмы?
Башҡорт сәй эсә. Ә эхинацея сәйен ҡулланаһығыҙмы?
Автор:
Читайте нас: