Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
6 Август 2022, 11:00

Сентябрҙә квидтың яңы тулҡыны көтөлә

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыу осрағы  сентябрь урталарында көсәйеүе ихтимал.   Был хаҡта «Сәләмәтлек сәғәте»ндә  Башҡортостан буйынса «Роспотребнадзор» идаралығы етәксеһе Анна Казак хәбәр итте.  

Сентябрҙә квидтың яңы тулҡыны көтөлә
Сентябрҙә квидтың яңы тулҡыны көтөлә

  Уның әйтеүенсә,  хәүефләнергә сәбәп юҡ, әммә әле үк халыҡты вакциналау һәм ҡабаттан вакцина эшләтеү мәсьәләһен әүҙемләштерергә кәрәк.   Шул уҡ ваҡытта отпускынан һуң эшкә сығыусы уҡытыусыларға айырым иғтибар итеү фарыз. Августа киҙеүгә ҡаршы прививка эшләтеүҙе лә башларға кәрәк.   

БР һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин республикала 4 авгусҡа ҡарата   292 418 яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыу осрағы теркәлеүен билдәләне.  Һуңғы тәүлектә генә 91 кешенең был сир менән ауырыуы асыҡланған.   

Башҡортостанға ковидҡа ҡаршы бөтәһе  3 226 648 вакцина алынған. Шулай уҡ балалар өсөн –  9430 вакцина.  

 БР Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин муниципалитет хакимәте башлыҡтарына халыҡҡа вакцина эшләтеү мәсьәләһен шәхсән контролдә тоторға ҡушты.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Сентябрҙә квидтың яңы тулҡыны көтөлә
Сентябрҙә квидтың яңы тулҡыны көтөлә
Автор:
Читайте нас: