Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
14 Июль 2022, 19:50

“Йәшлек” паркында пляж асылды

Асҡында “Йәшлек” паркындағы күлдә эҫе көндәрҙә хәҙер рәхәтләнеп һыу инәләр  

“Йәшлек” паркында пляж асылды
“Йәшлек” паркында пляж асылды

Июнь айының һыуыҡ һәм ямғырлы тороуы һәм яҡын-тирәлә һыу инеү урындарының булмауы сәбәпле, асҡындар был пляждың асылыуын түҙемһеҙлек менән көттө. 

Пляж Башҡортостан Республикаһы буйынса ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм кешеләр именлеген яҡлау өлкәһендә Федераль хеҙмәттең территориаль бүлегенең санитар-эпидемиологик һығымтаһын алды һәм район хакимиәте ҡарары нигеҙендә эшләй башланы.

Бирелә көн дә иртәнге 12.00 сәғәттән киске 17.00 сәғәткә тиклем һыу инеү рөхсәт ителә. Пирс эргәһенә ике көймә ҡуйылған. Һыу инеүселәрҙең хәүефһеҙлеге өсөн ҡотҡарыу түңәрәктәре бар. Ял итеүселәргә уңайлы булһын өсөн кейенеп-сисенеү кабинаһы ҡуйылған.

Пляжда ҡотҡарыусы дежурҙа тора. Шулай ҙа ата-әсәләргә балаларҙың үҙҙәрен генә һыу янына ебәрергә кәңәш ителмәй. Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар!

Илһөйәр Махатова.

“Йәшлек” паркында пляж асылды
“Йәшлек” паркында пляж асылды
“Йәшлек” паркында пляж асылды
“Йәшлек” паркында пляж асылды
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: