+4 °С
Болотло
Солтанбәк ауылында йәмле тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан “Сарс” йәйге балалар лагеры пандемия арҡаһында өс йыл асылмай торғандан һуң ниһайәт, беренсе сменаға тәүге ял итеүселәрен ҡабул итте. Бирелә балалар файҙалы һәм күңелле ял итһен өсөн барлыҡ санитар нормалар ҙа үтәлә. Ата-әсәләр ҙә сабыйҙары менән махсус бүлмәлә килеп күрешеү мөмкинселегенә эйә.
Беренсе сменала 42 бала ял итә. Уларҙың ялын бай йөкмәткеле итеү өсөн вожатыйҙар төрлө күңелле саралар үткәрә.
Лагерҙа ике сменала 100 бала ял итәсәк, 48-е уларҙың опекунға алынған һәм ауыр тормош көткән ғаиләләрҙән.
Илһөйәр Махатова.