Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
26 Июнь 2022, 08:30

Табип артистың вафат булыу сәбәбен аңлатты...

"Был хәүефле эҙемтәләрҙән һаҡланырға мөмкин булыр ине".  

Табип артистың вафат булыу сәбәбен аңлатты...
Табип артистың вафат булыу сәбәбен аңлатты...

Рәсәй халҡын тәрән ҡайғыға һалып, яҡташыбыҙ, легендар артист Юрий Шатунов 48 йәшендә ҡапыл вафат булды. Яҡынса мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, уның ғүмере ашығыс ярҙам машинаһында инфаркттан өҙөлгән.

Сәләмәтлек тураһында телевидение тапшырыуҙарын алып барыусы Елена Малышева әйтеүенсә, йәш ирҙәрҙең йөрәк инфарктынан һәләк булыуы һирәк күренеш түгел. Әммә, табип әйтеүенсә, был хәүефле эҙемтәләрҙән һаҡланырға мөмкин булыр ине. Кеше ҡанындағы холестерин кимәлен күҙәтергә, күпме булыуын белергә тейеш. Холестериндың юғары кимәле сәләмәтлек өсөн хәүефле, медицинала ул “нәҫелдән килгән гиперхолестеринемия” тип атала. Кеше бауыры ҙур күләмдә холестерин эшләп сығара, әммә был хәл үҙен һиҙҙермәй. Уны осраҡлы рәүештә ҡан анализында асыҡларға мөмкин. Юғары холестерин эҙемтәһе – инфаркт йәиһә инсульт, ти табип. Кеше  көтмәгәндә кинәт һәләк була. Хатта үҙен һау-сәләмәт тип иҫәпләгән осраҡта ла. Елена Малышева әйтеүенсә, йыл һайын холестеринға анализ  биреү, юғары күрһәткестәрҙе контролләү  бәләнән аралаясаҡ. Шулай уҡ ата-әсәһе йәшләй генә инфаркттан йәки инсульттан вафат булған балаларҙың һаулығына иғтибарлы булырға, уларҙы ваҡытында дауаларға кәрәк. Үҙҙәрен һау-сәләмәт тойған кешеләр ҙә йылына бер тапҡыр анализ бирергә тейеш, тип иҫәпләй табип.

Холестерин – организмда мөһим төҙөлөш материалы, күҙәнәктәр, гормондар, Д витамины, нервы туҡымаһын барлыҡҡа килтереүгә тотонола. Уның өстән ике өлөшө организмда барлыҡҡа килә, бер өлөшө аҙыҡ-түлек менән инә. Ҡандағы холестерин нормаһы –  3,2– 5,0 ммоль/литр. Бынан да артыҡ булһа, ул ҡан тамырҙары көбөнә атеросклеротик төйөрсөктәр рәүешендә туплана. Был йөрәк артериялары тарайыуына һәм кислород етешмәүенә килтерә. Стенокардия барлыҡҡа килә, ауыр хәлдәрҙә миокард инфарктына килтерә. Хәтер насарлана, аяҡ тамырҙары тарая, кеше аҡһап атлай башлай, хәлдең гангрена менән тамамланыуы ихтимал.

Холестерин кимәлен түбәнәйтеү өсөн физик әүҙемлекте арттырыу, кәүҙә ауырлығын нормалләштереү кәрәк. Ғүмер буйына диета һаҡлау мотлаҡ, тәмәке тартмағыҙ. Холестерин кимәлен кәметеүсе дарыуҙарҙы табиптар кәңәше менән ҡулланығыҙ. Ошо аҙыҡтарҙан баш тартырға кәрәк: мал майы, аҡ май, майлылығы юғары булған ҡаймаҡ, ҡаты маргарин, ҡуйы һөт, колбаса, бекон, ыҫланған ит, тауыҡ ите тиреһе, торт, пирожный, шоколад, пицца, хотдог, чипсы, туңдырма.

Артыҡ һимеҙ булмаған ҡош-ҡорт итен, майлылығы аҙ булған һөт аҙыҡтарын, сыр һәм йомшаҡ маргаринды файҙаланырға  ярай. Йәшелсә, емеш-еләк, йәшел тәмләткестәр, бәшмәк, көрпәле ондан бешерелгән икмәк, үҫемлек майҙары – һеҙҙең сәләмәтлек файҙаһына. Иҫән-һау булығыҙ!

Фото: Rg.ru

Автор:Дина Арсланова
 

https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-06-25/tabip-artisty-vafat-bulyu-s-b-ben-a-latty-2853804

Автор:
Читайте нас: