Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
22 Июнь 2022, 23:35

Дауаханаға таҡтаташ беркетелде

Ҡариҙел районы үҙәк дауаханаһына мемориаль таҡтаташ беркетеү медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан үткәрелгән сараларҙың береһе булды.

Дауаханаға таҡтаташ беркетелде
Дауаханаға таҡтаташ беркетелде

Ул 50 йылға яҡын ғүмерен һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бағышлаған БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы Пантюхин Анатолий Алексеевичҡа арналды. Анатолий Алексеевич участка табибынан алып үҙәк дауахананың баш табибына тиклем үҫеш баҫҡысын үтә. Уның ҡулы аҫтында бик күп табиптар үҫеп сыға. Мемориаль таҡтаташты асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Айҙар Әнғәм улы Шәйҙуллин, дауахананың баш табибы Юнир Нәби улы Ғәлин, арҙаҡлы шәхесебеҙҙең ҡыҙы Елена Ванзина, Анатолий Алексеевич менән бергә эшләгән коллегалары, уны белгән, хөрмәт иткән ауыл халҡы ҡатнашты. “Ҡариҙел һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә 100 йыл” хеҙмәтен яҙған күренекле табибыбыҙ үҙе лә намыҫлы хеҙмәте менән районыбыҙ тарихында тәрән эҙ ҡалдырҙы.

Гөлнара Солтанова.

Дауаханаға таҡтаташ беркетелде
Дауаханаға таҡтаташ беркетелде
Читайте нас: