Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
30 Май 2022, 09:53

Дегәнәк һуты менән кистаны дауалау

Әле барлыҡ йәшел үләндәрҙең иң шифалы сағы. Дегәнәктең дә йәш япраҡтарын йыйып,  файҙалы дарыу эшләп ҡалығыҙ.

Халыҡ медицинаһында  дегәнәктең яңы өҙөлгән япрағы менән  төрлө кисталарҙы  уңышлы дауалайҙар. Дегәнәк  бөйөрҙәге,  ҡатын-ҡыҙҙарҙа  аналыҡ ятҡылығындағы һәм күкәйлек биҙҙәрендәге  кисталарҙы бөтөрә. Дегенәк һуты менән дауаланыу  оҙайлы һәм сабырлыҡ талап итә, әммә, ҡағиҙә булараҡ,  кистанан мәңгелеккә ҡотолорға ярҙам итә.

Дегенәк – боронғо һыналған дауалау сараһы. Уның алдында миомалар, фибриомалар һәм хатта ҡайһы бер яңы барлыҡҡа килгән шештәр ҙә көсһөҙ. Сөнки ул шешкә ҡаршы тороу, уны ҡайтарыу үҙенсәлегенә эйә. Дегәнәк организмда матдәләр алмашыныуын яҡшырта, ашҡаҙан-эсәк трактын дауалай, ҡанды таҙарта.

Дегәнәктең йәш япраҡтарын йыуып, ит үткәргес аша үткәрергә, һутын һығып, быяла банкағо ҡойоп, һыуытҡысҡа ҡуйырға. Уны бер көнөн дә ҡалдырмай, түбәндәге схема буйынса эсергә кәрәк:

1-се һәм 2-се көн – көнөнә ике тапҡыр берәр балғалаҡ, 3-сө һәм 4-се көн  һәм артабан – көнөнә өс тапҡыр берәр балғалаҡ. Дауаланыу курсы – бер ай. Бер ай эсендә киста бөтмәһә, дауаланыу курсын ҡабатларға тура килер. Бөтәһе өс тапҡыр ҡабатларға ярай, әммә улар араһында берәр ай ял итеп алыу кәрәк.

Фото:Т.Аманов.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Автор:
Читайте нас: