Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
15 Апрель 2022, 19:45

“Айыҡ ауыл”ға десант килде

Солтанбәк ауылында Ғаилә консультациялары көнө бик һөҙөмтәле үтте. Компетентлы белгестәр халыҡҡа социаль хеҙмәттәр күрһәтеү, ғаиләләргә социаль ярҙам саралары, шулай уҡ ғаиләне, әсәлекте, аталыҡты һәм балалыҡты социаль яҡлау буйынса һорауҙарға яуап бирҙе.  

“Айыҡ ауыл”ға десант килде
“Айыҡ ауыл”ға десант килде


“Айыҡ ауыл – 2021” республика конкурсы сиктәрендә Солтанбәктә уҙған Ғаилә консультациялары көнөндә Өфө ҡалаһынан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт юридик бюроһы” директоры урынбаҫары Рита Йосопова һәм баш белгес Ильвира Сафина бушлай юридик ярҙам күрһәтте. 16 кеше үҙҙәрен борсоған һорауҙар буйынса баш ҡала юристарынан төплө яуап һәм кәңәштәр  алды.

Шулай уҡ был көндө район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева етәкселегендә “Ғаилә” төньяҡ район-ара үҙәгенең Асҡын районындағы Ғаилә хеҙмәте етәксеһе Регина Марваева,Опека һәм попечителлек секторы мөдире Илнара Гәрәева, Төньяҡ район-ара мәшғүллек үҙәгенең Асҡын районы буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Юлиә Хәсәнова, үҙәк район дауаханаһы табип-наркологы Рәфил Суфияров, район мәғариф бүлеге начальнигы Зөлфирә Селянина үҙҙәре етәкләгән учреждение эшмәкәрлеге менән таныштырып, халыҡҡа социаль хеҙмәттәр күрһәтеү, ғаиләләргә социаль ярҙам саралары, шулай уҡ ғаиләне, әсәлекте, аталыҡты һәм балалыҡты социаль яҡлау буйынса һорауҙарға яуап бирҙе.

Мәҫәлән, Регина Эдуард ҡыҙы Асҡын районында адреслы социаль ярҙам күрһәтеү программаһы (АСПК) буйынса аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, аҙ тәьмин ителгән яңғыҙ йәшәгән граждандарға дәүләт биргән аҡсалар ярҙамында матди хәлен үҙ аллы яҡшыртыу мөмкинлеге булыуы тураһында ентекле һөйләне.

Юлиә Рафиҡ ҡыҙы иһә Халыҡ мәшғүллеге үҙәге эш эҙләү һәм шәхси эшҡыуарлыҡ йүнәлештәре буйынса адреслы социаль ярҙам күрһәтелеүе хаҡында бик кәрәкле мәғлүмәт еткерҙе. Граждандар социаль ярҙам сиктәрендә эш һорап мөрәжәғәт иткәндән һуң, мәшғүллек үҙәге эш табып, йүнәлеш бирә. Ә шәхси эшҡыуарлыҡ эшен бойомға ашырыу өсөн 250 мең һумға тиклем бер тапҡыр бирелә торған түләү ҡаралған. Социаль ярҙамды бойомға ашырыу буйынса 12 ай дауамында отчет биреп барыу мотлаҡ.

Илнара Илдар ҡыҙы ғаиләгә тәрбиәгә бала алыу тәртибе, кәрәкле документтар тураһында һөйләп, аңлатты.

Табип-нарколог Рәфил Илүс улы спиртлы эсемлектәрҙең, бигерәк тә контрафактлы алкоголдең  кеше организмына ни тиклем зыянлы булыуы тураһында һөйләне. Ул килтергән миҫалдар халыҡты уйланырға мәжбүр итте. Тәжрибәле табип айыҡ тормош көтөүсе солтанбәктәрҙе артабан да шулай сәләмәт тормошто пропагандалап йәшәргә саҡырҙы. Рәфил Илүс улы инвалидлыҡ юллау тәртибендәге үҙгәрештәргә лә туҡталып, кәңәштәр бирҙе.

Зөлфирә Рәдис ҡыҙы мәғариф өлкәһендәге яңылыҡтар менән таныштырып, алда торған Берҙәм дәүләт имтихандары һәм балаларҙың йәйге ялын ойоштороу мәсьәләләренә айырым туҡталды.
Ғаилә консультацияһы көнөндә атап үтелгән белгестәргә үҙ мәсьәләләрен хәл итергә төрлө йәштәге кешеләр килде. Уларҙың барыһы ла тулы яуаптар һәм кәңәштәр алды.

Ауыл фельдшеры Ризида Суфиянова эскеселеккә ҡаршы алып барылған профилактик саралар тураһында һөйләне.

Солтанбәк ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Фәнғәт улы Шәрәфетдинов ауылға килеп, белгестәрҙең шулай бай мәғлүмәт еткереп, халыҡтың һорауҙарына яуап биргәне өсөн рәхмәт белдерҙе. “Ғаилә” хеҙмәте һәм Халыҡ мәшғүллеге үҙәге аша бирелгән адреслы социаль ярҙам күрһәтеү программаларында солтанбәктәр әүҙем ҡатнашып, дәүләт ярҙамы алып, файҙаһын күрер, тигән ышаныс белдерҙе.

Шулай итеп, Солтанбәк ауылында Ғаилә консультациялары көнө бик һөҙөмтәле уҙҙы. Халыҡ компетентлы белгестәргә мөрәжәғәт итеп, социаль түләүҙәр һәм хеҙмәттәргә, социаль контракт нигеҙендәге адреслы ярҙамға ҡағылышлы һәм башҡа мәсьәләләр буйынса үҙҙәрен борсоған һорауҙарға аныҡ яуаптар алды, ил һәм республика ҡануниәттәрендә ҡаралған социаль ярҙам саралары тураһындағы мәғлүмәткә эйә булды.

Наилә Имаева.

“Айыҡ ауыл”ға десант килде
“Айыҡ ауыл”ға десант килде
“Айыҡ ауыл”ға десант килде
“Айыҡ ауыл”ға десант килде
“Айыҡ ауыл”ға десант килде
“Айыҡ ауыл”ға десант килде
“Айыҡ ауыл”ға десант килде
“Айыҡ ауыл”ға десант килде
“Айыҡ ауыл”ға десант килде
“Айыҡ ауыл”ға десант килде
“Айыҡ ауыл”ға десант килде
“Айыҡ ауыл”ға десант килде
“Айыҡ ауыл”ға десант килде
“Айыҡ ауыл”ға десант килде
“Айыҡ ауыл”ға десант килде
“Айыҡ ауыл”ға десант килде
“Айыҡ ауыл”ға десант килде
“Айыҡ ауыл”ға десант килде
“Айыҡ ауыл”ға десант килде
“Айыҡ ауыл”ға десант килде
“Айыҡ ауыл”ға десант килде
“Айыҡ ауыл”ға десант килде
Читайте нас: