Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
6 Апрель 2022, 07:10

Радий Хәбиров:" Беҙ пандемияға ҡаршы көрәшергә өйрәндек"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Башкортостан. Хроники. COVID. Новые вызовы» фильмы тураһында  үҙ фекерен еткерҙе. 

Радий Хәбиров:" Беҙ пандемияға ҡаршы көрәшергә өйрәндек"
Радий Хәбиров:" Беҙ пандемияға ҡаршы көрәшергә өйрәндек"

 

 «Республика пандемияға ингән  һәм  уның эҙемтәләре  әле  билдәһеҙ булған осорҙа медицинаны модернизациялауға йүнәлеш алырға ҡарар ителде.  Һуңғы ике йылда бик күп нәмә эшләнде: яңы медицина учреждениелары төҙөлдө, техника һатып алынды, бында Рәсәй Хөкүмәте менән Президент ҙур ярҙам итте”, –  тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһында премьераһы булған «Башкортостан. Хроники. COVID. Новые вызовы» фильмында сағылыш тапҡан ваҡиғаларға үҙ фекерен белдереп.  Ул  ковидҡа ҡарамаҫтан, сәнәғәт етештереү һәм инвестициялар йәлеп итеү өлкәһендә республика 2020 – 2021 йылды  юғары күрһәткестәр менән тамамлауында эшҡыуарлыҡтың, иҡтисадтың башҡа тармаҡтарының яуаплылығын юғары баһаланы.  

Республика Башлығы әйтеүенсә, был фильм  – барлыҡ кешеләргә рәхмәт белдереү: табиптарға, ирекмәндәргә,  ҡаты ауырыуға ҡаршы көрәшергә ярҙам итеүсе башҡа хеҙмәттәргә, бөтә республика халҡына.   Ковидҡа бәйле осор үтер, әммә  ул ваҡыттағы ваҡиғалар кеше хәтерендә ҡалыр. Фильм –  үҙенә күрә ошо ваҡиғаларҙы мәңгеләштерергә тырышыу сараһы  булып тора.  Алда ауыр һынауҙар көтөүгә ҡарамаҫтан, был тәжрибә, көстәрҙе бергә туплағанда, уларҙы еңеп булыуын күрһәтә.   

«Мин дөрөҫөн әйтәм, әлегә пандемияны еңдек тип әйтә алмайбыҙ, әммә  уның менән көрәшергә һәм  мөһим мәсьәләрҙе айыҡ аҡыл менән уйлап хәл  итергә өйрәндек”, – тине Радий Хәбиров. 

Фото:Башинформ.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-04-05/radiy-h-birov-be-pandemiya-a-arshy-k-r-sherg-yr-ndek-2757875?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816
Автор:
Читайте нас: