

«Беҙҙең аңлылығыбыҙ һәм коллектив яуаплылыҡ тойғоһо көстәрҙе берләштерергә ярҙам итте. Иң мөһиме , һаулыҡ һаҡлау системаһында осраҡлы кешеләр юҡ. Фильм геройҙары – беҙҙең замандың ысын геройҙары”, – тине Максим Забелин.
Билдәле булыуынса, фильм республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса төшөрөлдө. Ул – тиҫтәләгән телекомпанияның хеҙмәт емеше. Сәғәт ярымлыҡ фильм төшөрөү өсөн редакторҙар 200 сәғәтлек видеоматериал ҡараны. Фильмға инмәгән ҡайһы бер мөһим өлөштәре һуңынан айырым фрагмент булып социаль селтәрҙәрҙә сығасаҡ.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.