Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
24 Март 2022, 12:05

Туберкулездан һаҡланыу зарур

Бөгөн, Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнөндә, Солтанбәк  ауылы фельдшеры Ризида  Мөхтәсәр ҡыҙы Суфиянова  мәктәп уҡыусылары менән осрашып, ошо  мәкерле сирҙән һаҡланыу саралары тураһында ентекле һөйләп, тулы мәғлүмәт еткерҙе.

Туберкулездан һаҡланыу зарур
Туберкулездан һаҡланыу зарур

 37 йыл ғүмерен кешеләр сәләмәтлеген һаҡлауға бағышлаған Солтанбәк ауылы фельдшеры   Ризида Суфиянова  әленән-әле мәктәп уҡыусылары менән  осрашып, теге йәки был сир, насар ғәҙәттәрҙән һаҡланыу саралары тураһында һөйләп тора. Бөгөн, Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнөндә, Ризида Суфиянова был мәкерле сир тураһында ентекле һөйләп, уның таралыу юлдары, ауырыуҙың  тәүге билдәләре,  был сирҙән һаҡланыу саралары тураһында бәйән итте.  Бай мәғлүмәт тупланған буклеттарҙы ла уҡыусыларға таратты.

“Туберкулез – ул нәҫелдән бирелгән ауырыу түгел, ә шулай ҙа бер ғаиләлә сирле булған осраҡта, бер-береһенән йоҡтороп бер нисә кеше ауырырға мөмкин.

Сир күп осраҡта ауырыу кешенән йоға: йүткергәндә, сөскөргәндә, һөйләшкәндә һауа аша һау кешенең тын юлдарына үтеп инеп, үпкәне, ҡаны аша таралып, башҡа органдарҙы ла зарарларға мөмкин. Зарарланған кеше оҙаҡ дауаланмаһа, үпкә шешә, тишелә. Ауырыуҙың тәүге симптомдары булып күкрәк ҡыҫыу, хәл бөтөү, сәбәпһеҙҙән тирләү, йүткереү, тәндең температураһы күтәрелеү, аппетит юғалтыу, ябығыу күҙәтелә.

Был билгеләр бар икән, кисекмәҫтән табипҡа күренергә кәрәк. Флюорография үткәреү, туберкулин пробаһы (Манту пробаһы) ҡуйыу, туберкулезға ҡаршы вакцинация – балаларҙы һәм өлкәндәрҙе туберкулездан ҡурсалауҙың тәүге аҙымдарының береһе.

Балалар туберкулез менән ауырымаһын өсөн профилактик сара булып туберкулезға ҡаршы вакцинациялау тора. Балаға 3-4 көнлөк сағында уҡ БЦЖ-М йәки БЦЖ вакцинаһы эшләнә. Әгәр бала туберкулез таяҡсалары менән зарарланмаған булһа, был прививка тағы ла 7 һәм 14 йәштә ҡабатлана. Баланың туберкулез таяҡсалары менән зарарланғанын белер өсөн Манту пробаһы ҡуйыла. Был сара бер йәштән 15 йәшкә тиклем йыл һайын бер үк ваҡытта үткәрелергә тейешле тикшереү ул.

Әгәр һөҙөмтәләр борсолорлоҡ булһа, баланы ата-әсәһе фтизиатрға күрһәтеп, тикшерелеү үткәрергә тейеш. Кәрәк осраҡта бала иҫәпкә алына һәм профилактик саралар үткәрелә, дарыуҙар ҡабул итә, шифаханаға ебәрелә.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ:

  ваҡытында эшләнгән прививка баланы туберкулездың һәр төрөнән, бигерәк тә иң ауыр төрҙәренең береһе булған туберкулез менингитынан һаҡлай,

  химиопрофилактик саралар туберкулез таяҡсалары менән зарарланған балаларҙа, ауырыуҙар менән контактта булғандарҙа сирҙең үҫеүен, таралыуын тотҡарлай,

  йыл һайын флюорографик тикшереүҙәр үпкәләге күп сирҙәрҙе, туберкулездә профилактикалау ысулдарының бер төрө ул,

  ваҡытында ашау, йоҡлау, режимды һаҡлау, алкоголь, тәмәке менән шаярмау, спорт менән шөғөлләнеү күп төрлө ауырыуҙарҙан, шул уҡ туберкулездан да һаҡланыу юлы”, — тип  үҙ һаулығыңа битараф булмаҫҡа саҡырҙы тәжрибәле фельдшер  Ризида Мөхтәсәр ҡыҙы.

Наилә Имаева.

 

Туберкулездан һаҡланыу зарур
Туберкулездан һаҡланыу зарур
Читайте нас: