

Сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн Нефтекама реабилитация үҙәгенең Балтастағы филиалы тәрбиәләнеүселәре пластилиндан береһенән-береһе матурыраҡ картинлар яһай. Хеҙмәт буйынса инструктор Ленара Солтанова етәкселегендә балалар пластилин менән эш итергә өйрәнә. Уларҙың матур ижад емештәре күргәҙмәгә ҡуйыла.
Иң мөһиме, был шөғөл уларҙы эште планлаштырырға, еренә еткереп үтәргә өйрәтә, шул уҡ ваҡытта балаларҙың бармаҡ мускулдары нығый, ҡул көсө арта.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.