Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
9 Февраль 2022, 19:25

Йылмайыу бүләк итеүселәр

Балтастар табиптарға рәхмәтле.

Йылмайыу бүләк итеүселәр
Йылмайыу бүләк итеүселәр

Бөгөн - Халыҡ-ара стоматологтар көнө.

Наил Ғәли улы Хәмитов Балтас районы Һәйтәк участка дауаханаһында 1991 йылдан башлап стоматолог булып эшләй. Ул БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы. Наил Ғәли улы тирә-яҡ ауылдарҙа йәшәүселәргә сифатлы табип ярҙамы күрһәтә. Уның кабинетына сират бер ваҡытта ла өҙөлмәй. Арымай-талмай, үҙ эшен еренә еткереп башҡарған табип-стоматологҡа халыҡ ихлас рәхмәтле.

Балтас үҙәк район дауаханаһында 1967 йылдан 2001 йылға ҡәҙәр теш табибы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Рузалия Карам ҡыҙы Ғәлиева-Такаетдинованың игелекле хеҙмәтен балтастар әле булһа оло хөрмәт менән иҫкә ала. Стоматолог Рузалия Ғәлиеваның фиҙаҡәр хеҙмәте дәүләт тарафынан юғары баһаланған. Ул – СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы.

Гөлнара Шәймөхәмәтова.

 

Йылмайыу бүләк итеүселәр
Йылмайыу бүләк итеүселәр
Йылмайыу бүләк итеүселәр
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас