Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Сәләмәтлек
30 Ғинуар 2022, 10:55

Хәүефле сир һеҙҙе урап үтһен!

Заман афәтенә әйләнә барған инфарктан һаҡланыу һәм был хәлгә тарыған кешегә ярҙам итеү өсөн ябай ғына кәңәштәр.

Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренең артыуы - бөтә донъяла ҙур хәүеф уятҡан күренеш. Улар араһында иң ҡурҡынысы – миокард инфаркты, йәғни ябай итеп әйткәндә, йөрәк мускулының үлеүе. Был сир ир-атты ла, ҡатын-ҡыҙҙы ла аямай. Һеҙҙең иғтибарға заман афәтенә әйләнә барған инфарктан һаҡланыу һәм был хәлгә тарыған кешегә ярҙам итеү өсөн ябай ғына кәңәштәр тәҡдим итәбеҙ.  

– Артыҡ кәүҙә ауырлығынан ҡотолоғоҙ. Һәр артыҡ килограмм – йөрәккә өҫтәмә көсөргәнеш. Кәүҙә ауырлығы индексы тип аталған төшөнсә бар: сантиметрҙа иҫәпләнгән буй оҙонлоғонан тән ауырлығын алып ташлағыҙ. Һөҙөмтә 90-100 булырға тейеш. Әгәр ошо талапҡа яуап бирмәйһегеҙ икән, уйланырға, табипҡа күренергә сәбәп бар.

– Ашауҙы сикләгеҙ. Туҡланыуҙа аҡһымдар, майҙар һәм углеводтар нисбәтен дөрөҫ һаҡлау организмдың дөйөм торошона туранан-тура тәьҫир итә. Әгәр туҡлана белмәһәгеҙ, табип-диетологҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Йөрәк эшмәкәрлеген нығытҡан ризыҡтар ҙа бар: йөҙөм, күрәгә, ҡара емеш. Уларҙа йөрәккә ыңғай йоғонто яһаған калий күп.

– Хәрәкәт итегеҙ! Аҙ хәрәкәтләнеү организмдың эшмәкәрлеген тотҡарлай, май ҡатламын арттыра. Көнөнә мотлаҡ 30-40 минут самаһы йәйәү йөрөгөҙ. Әгәр тышта һыуыҡ икән, магазиндар буйлап йөрөү, тренажерҙа шөғөлләнеү, йүгереү, йөҙөү, саңғыла йәки конькиҙа шыуыу ҙа яҡшы ял буласаҡ.

– Ҡан баҫымына, шәкәр һәм холестерин кимәленә иғтибарлы булығыҙ! Был күрһәткестәрҙе даими күҙәтеү аҫтында тоторға кәрәк. Әгәр улар үҙгәреп тора икән, нормаға килтереү мотлаҡ. Бының өсөн табипҡа күренеп тороғоҙ.

Инфаркт мәлендә нисек ярҙам итергә?

Инфаркттың тәүге билдәләре – күкрәкте ҡапыл ялмап алған көслө ауыртыу, һауа етмәү, хәлһеҙләнеү, тирләү. Әгәр үҙегеҙҙә йәки яҡын кешегеҙҙә ошо билдәләрҙе тойһағыҙ:

– Кисекмәҫтән «Тиҙ ярҙам» саҡыртығыҙ;

– Тәҙрәне асығыҙ;

– Ауырыуҙың тар, ҡыҫып торған кейемдәрен сисеп, бейек арҡалы ҡәнәфигә ултыртығыҙ;

– Уға 0,25 г аспирин һәм 0,5 г нитроглицерин (тел аҫтына һалына) бирегеҙ. Әгәр ҡан баҫымы төшһә, ныҡ итеп башы ауыртһа йәки әйләнһә, телмәре, хәрәкәт эшмәкәрлеге боҙолһа – нитроглицерин бирергә ярамай;

– Тәрән итеп тын алыуын, йүткереүен һорағыҙ. Күкрәк тирәһен ныҡ итеп ыуығыҙ, был йөрәккә ҡан ағымын яҡшыртасаҡ.

Фото: cultelegance.ru 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-01-30/h-efle-sir-e-e-urap-t-en-2673411?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Автор:
Читайте нас