1. Стенаға һөйәлеп тороуҙы ғәҙәт итеп алыу.
Бер минут тирәһе соңҡа, ике яурын, ҡалаҡ һөйәге, янбаштың осо һәм үксә менән еңелсә терәлергә һәм, ошо торошто иҫтә ҡалдырып, кәүҙә тотошон үҙгәртмәйенсә стенанан ары китергә. Ошо дөрөҫ кәүҙә торошо була ла инде. Көнөнә бер нисә тапҡыр әлеге күнегеүҙе ҡабатлағанда, мускулдар быны иҫендә ҡалдыра һәм ғәҙәт итеп ала.
2. Бер аяҡты икенсеһенең өҫтөнә һалып ултырыу - насар ғәҙәт.
Бындай халәт умыртҡа һөйәгенең аҫҡы яғын ауырттыра, ҡан әйләнешен боҙа, хатта бәләкәй таз һәм енес ағзаларында сирҙәр башланыуына килтереүе лә бар. Ҡапыл киҫкен хәрәкәт менән ултырырға ярамай. Улай иткәндә умыртҡаға һәм дискыларға һиҙелерлек зыян килә.
3. Оҙаҡ баҫып торорға тура килгәндә
Автобуста йә сиратта оҙаҡ ваҡыт торғанда, 10 минут һайын кәүҙә торошон үҙгәртергә, аяҡтарҙы алмаш-тилмәш баҫырға онотмаҫҡа кәрәк. Ваҡыт-ваҡыты менән өҫкә ҡарай һуҙылып, артҡа ҡайҡайған ыңғайы тәрән тын алыу файҙалы. Арыуҙың кәмеп, көс барлыҡҡа килгәнлеге шунда уҡ һиҙелер.
4. Тигеҙ һалынған ауырлыҡ
Ауыр әйберҙе ике ҡулға бүлеп күтәреү яҡшы, был ваҡытта арҡа төҙ ҡалырға тейеш.
5. Арҡаның ауыртыуы насар кәйеф менән тығыҙ бәйле.
Рәнйеште, кисерештәрҙе, проблемаларҙы эскә йомоу һаулыҡҡа ҙур зыян һала икәнлеген белмәгән кеше юҡ. Насар кәйеф ҡан тамырҙары тонусын үҙгәртә, ә ул үҙ сиратында нервы күҙәнәктәрен ҡан менән туҡландырыуҙы тотҡарлай. Һөҙөмтәлә арҡала ауыртыныу барлыҡҡа килеүе бар. Шулай уҡ һыҙланыуҙың ҡул йә аяҡҡа ла биреүе мөмкин.
6. Эс мускулын нығытыу.
Эс мускулының ныҡлығы умыртҡа һөйәге өсөн бик мөһим - ул билде яҡшы тота һәм арҡа ауыртыуын кәметә.
Фото:advancedboneandjoint.com