

Илдә коронавирус менән хәл ҡатмарлы. Тәүлек эсендә 67 меңдән ашыу кешенең сирҙе йоҡтороуы билдәле. Һуңғы көндәрҙә был һан артыуға ғына бара. Республика табиптары дүртенсе тулҡындан һуң хәл алырға ла өлгөрмәне, бишенсеһенә әҙерлек эштәре башланды.
“Омикрон” штамын йоҡторғандар ковид госпиталдәренә килә башланы ла инде. Зубов ауылындағы госпиталдең баш табип урынбаҫары Айгөл Ғәлиева әйтеүенсә, “дельта” менән “омикрон”дың нисбәте 50-гә 50. Тик оҙаҡламай яңы штамдың өҫтөнлөк алыуы ихтимал. Сит илдәрҙәге хәлдән күренеүенсә, “омикрон” еңелерәк үтә, реанимацияға ауырыуҙар аҙыраҡ эләгә. Шуныһы бар, был илдәрҙә коллектив иммунитет 80 процент тәшкил итә.
Европа илдәрендәге статистика ҡурҡыуға һала. Ә Рәсәйҙә яңы штамды ҡаршылау буйынса әҙерлек башланды ғына. Ситтән индерелгән вирус хәҙер халыҡ араһында тарала. Рәсәйҙең баш санитар табибы Анна Попова әйтеүенсә, вирус өҫкө тын алыу юлдарындағы лайлалы тиресәлә бик тиҙ үрсей һәм башҡаларға йәһәт йоға. Кеше тәүге тәүлектә үк яҡындағы кешеләр өсөн хәүефле. Вакцина яһатҡандар һәм сирҙе үткәргәндәр араһында ла вирусты йоҡтороусылар үткәндәгенән күберәк буласаҡ.
– “Дельта” ете кешене зарарлаһа, “омикрон” 27-гә тиклем ауырыуға йоға. Ул – бик йоғошло, тиҙ таралыусан сир, – ти “Роспотребнадзор” идаралығының матбуғат хеҙмәте вәкиле Регина Аҡмалова. – Ул тымау, һалҡын тейеү һымаҡ башлана. Ҡайһы берәүҙәр вирустың миҙгелгә хас киҙеү сире менән бер рәткә тороуын күҙаллай. Әлегә бер кем дә йөҙ процент менән быны иҫбатлай алмай. “Дыуамал” вирустың ҡайһы яҡҡа боролорон фаразлауы бик ауыр, ти белгестәр.
Фото:BashNews