

Кеше ғүмерендә ҡыҙыҡлы, күңелле, бер ҡасан да онотолмаҫлыҡ ваҡиғалар, саралар бик күп. Ә иң иҫтә ҡалғандары студент тормошо менән бәйлеҙер. Күп кешенең студент тормошона аяҡ баҫҡанына байтаҡ йылдар үткән инде. Ул саҡтағы ҡыҙыҡ, күңелле ваҡыттарҙы хәҙер һағынып һөйләргә генә ҡала.
25 ғинуар көндө Түбән Ҡарыш ауыл мәҙәниәт йортонда шул йылдарҙы иҫкә алып, студенттар көнөнә бағышланған «Беҙҙең дә студент саҡтар бар ине » тигән ял кисәһе үтте. «Умырзая» фольклор төркөмөндә йөрөүсе ҡыҙҙар үҙҙәренең студент йылдарын иҫкә алды. Дөйөм ятаҡ тормошон, шул ваҡытта йырлаған йырҙар, сентябрь айында колхозға бәрәңге сүпләргә барған саҡтар иҫкә төшөрөлдө. Күпме ваҡыт уҙып киткән...Ул йылдарҙағы хәтирәләр күңелдә мәңге һакланып ҡала: беренсе уңыштар, дөйөм ятаҡтағы бүлмәҙәш ҡыҙҙар, һирәк кенә ауылға ҡайтыуҙар...
Ял кисәһе күӊелле уйындар , дискотека менән тамамаланды.
Гөлназ Ғәлләмова.