Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Сәләмәтлек
26 Ғинуар 2022, 03:10

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен цифрлаштырыу – көн талабы

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм эксперттар һаулыҡ һаҡлау өлкәһен цифрлаштырыу буйынса Башҡортостанды алдынғыларҙың береһе тип таныны.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен цифрлаштырыу – көн талабыҺаулыҡ һаҡлау өлкәһен цифрлаштырыу – көн талабы
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен цифрлаштырыу – көн талабы

 

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм эксперттар һаулыҡ һаҡлау өлкәһен цифрлаштырыу буйынса Башҡортостанды алдынғыларҙың береһе тип таныны. Республика Рәсәй субъекттары араһында был проектҡа бүленгән федераль аҡса күләме йәһәтенән тәүге урындарҙың береһен биләй. Һуңғы өс йылда ошо маҡсатта бүленгән субсидиялар 2,4 миллиард һум тәшкил итә. Был турала вице-премьер–һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте.

Республикала һаулыҡ һаҡлау тармағын цифрлаштырыу 2013 йылда башланды. Ул ваҡытта бөтә медицина ойошмалары өсөн берҙәм мәғлүмәт системаһы индерелә. Әле уға милектең төрлө формаһындағы 205 медицина ойошмаһы һәм 124 дарыухана пункты ҡушылған.

Медицина документтарының берҙәм базаһында ғәйәт ҙур мәғлүмәт һәм халыҡтың 4,5 миллиондан ашыу электрон медицина картаһы тупланған.

Был тиклем ҙур мәғлүмәтте һаҡлау һәм эшкәртеү системаның үҙенең һәм техник инфраструктураның даими үҫешен талап итә. 2019-2024 йылдарҙа бында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Цифрлы контур” проекты ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләү мөһим.

Дәүләт мәғлүмәт системаһы 25 бүлектән тора. Әйтәйек, онкология, кардиология, акушерлыҡ һәм профилактика йүнәлештәрендәге бүлектәр табиптарға пациенттарҙың һаулығына һөҙөмтәле мониторинг үткәрергә ярҙам итә.

Дарыуҙар менән льготалы тәьмин итеү эшен комплекслы автоматлаштырыу уҙғарыла – льготасыларҙың берҙәм регистры булдырылған, электрон рецептар яҙыу процесы автоматлаштырылған. Түләүле электрон рецептар буйынса пилот проекттар ғәмәлгә ашырыла.

Һаулыҡ һаҡлау министры медицина ойошмаларының документтарҙың электрон әйләнешенә  күсеүҙә әүҙем ҡатнашыуын әйтеп үтте. Электрон больничный биттәр, медицина-социаль экспертизаға юлламалар тултырыла, 1 марттан тыуыу һәм үлем хаҡында электрон таныҡлыҡтар бирелә башлаясаҡ. Бөгөнгө көнгә ҡарата эшкәртеүгә бер миллиондан ашыу документ тапшырылған.

Лабораторияларҙа эшләнгән тикшереү һөҙөмтәләренең пациенттың шәхси кабинетына килеүе бигерәк тә уңайлы. “2021 йылда лаборатор тикшереүҙәр 2014 йыл менән сағыштырғанда 80 тапҡырға күберәк эшләнгән һәм 100 миллиондан ашыу анализ яһалған. Пандемия шарттарында халыҡҡа ПЦР-тест һөҙөмтәләре смс-хәбәрҙәр менән, шулай уҡ төбәк һәм федераль порталдарҙағы шәхси кабинетҡа ебәрелә. Бөгөнгө көнгә ҡарата ковидҡа анализ һөҙөмтәләре менән 2 миллионға яҡын смс ебәрелгән”, – ти Максим Забелин.

Фото “Башинформ”дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен цифрлаштырыу – көн талабы
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен цифрлаштырыу – көн талабы
Автор:
Читайте нас