Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
24 Ғинуар 2022, 17:30

Медицина тармағы ныҡлы "һанлашыу" кисерә

Республикала һаулыҡ һаҡлауҙы ныҡлап һанлаштырыу процесы 2013 йылда башланды. 

Медицина тармағы ныҡлы "һанлашыу" кисерә
Медицина тармағы ныҡлы "һанлашыу" кисерә

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм эксперттар Башҡортостанды һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса лидерҙарҙың береһе тип таныған. Республика был проектҡа бүленгән федераль аҡса күләме буйынса Рәсәй субъекттары араһында алдынғы урынды биләй. Һуңғы өс йылда уны тормошҡа ашырыу барышында бүленгән субсидиялар күләме 2,4 миллиард һум тәшкил иткән. Был хаҡта бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.

Республикала һаулыҡ һаҡлауҙы ныҡлап һанлаштырыу процесы 2013 йылда башланды. Ул ваҡытта бөтә медицина ойошмалары өсөн берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы индерелде. Хәҙер уға төрлө милек формаһындағы 205 медицина ойошмаһы һәм 124 дарыухана пункты тоташтырылған.

Берҙәм медицина документтары базаһында ҙур күләм мәғлүмәт һәм 4,5 миллиондан ашыу электрон медицина картаһы бар.

Ошондай мәғлүмәттәр күләмен яҙыу һәм эшкәртеү системаның һәм техник инфраструктураның даими үҫешен талап итә, бында 2019-2024 йылдарҙа “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һанлы контур” проекты үҙәк ролде башҡара.

Дәүләт мәғлүмәт системаһы 25 ҙур подсистеманан тора. Иң мөһиме – онкология, кардиология, акушерлыҡ һәм иҫкәртеү буйынса профилле табиптарға реаль ваҡыт тәртибендә пациенттарҙың һаулығы торошона һөҙөмтәле мониторинг үткәрергә мөмкинлек бирә.

Мәҫәлән, Йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефенә идара итеү үҙәгендә дистанцияла ебәрелгән ЭКГ мәғлүмәттәре нигеҙендә мониторинг уҙғарыла (2021 йылда - 9 408 ЭКГ, 2020 йылда 5 329 ЭКГ алынған). “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу” төбәк программаһы сиктәрендә медицина ойошмаларын, шул иҫәптән ФАП-тарҙы, мәғлүмәттәрҙе дистанцияла тапшырыу мөмкинлеге булған цифрлы ЭКГ-аппараттар менән йыһазландырыу күҙаллана.

Льготалы дарыуҙар тәьминәтен комплекслы автоматлаштырыу уҙғарыла – льготаға эйә булыусыларҙың берҙәм регистрҙары булдырылған, электрон рецептар яҙыу процесы автоматлаштырылған. Электрон түләүле рецепт буйынса пилот проекттар ғәмәлгә ашырыла.

Максим Забелин белдереүенсә, медицина ойошмалары электрон медицина документтар әйләнешенә күсеүҙә әүҙем ҡатнаша. Электрон эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары, медик-социаль экспертизаға йүнәлтмәләр әҙерләнә, 1 марттан тыуыу һәм үлем тураһында электрон таныҡлыҡтар эшләй башлай. Әлеге ваҡытта эшкәртеү өсөн 1 миллиондан ашыу документ тапшырылған, улар иҫәбендә консультация протоколдары, лаборатор һәм диагностика тикшереүҙәре протоколдары, эпикризалар, белешмәләр һәм һығымталар.

Лабораторияларҙың бурыстары автоматлаштырылған, тикшереү һөҙөмтәләре пациенттың шәхси кабинетына килә.

– 2021 йылда башҡарылған лаборатор тикшеренеүҙәрҙең һаны 2014 йыл менән сағыштырғанда 80 тапҡырға артҡан һәм 100 миллиондан ашыу тикшереү тәшкил иткән. Пандемия шарттарында халыҡҡа ПЦР-тикшеренеү һөҙөмтәләре тураһында смс-хәбәрҙәрҙә, шулай уҡ төбәк һәм федераль порталдарҙың шәхси кабинетында хәбәр ителә. Бөгөнгә ковидҡа анализ һөҙөмтәләре менән яҡынса 2 миллион смс-хәбәр йүнәлтелгән, – тине Максим Забелин.

Министр проблемалар тураһында ла әйтте. Мәҫәлән, әле йөҙҙән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пунктында файҙаланыуға тапшырылғандан һуң бер йыл үтһә лә, интернет-бәйләнеше юҡ.

– Бының өсөн оптик линиялар төҙөргә кәрәк. Ошо фельдшер-акушерлыҡ пункттары мәғлүмәттәрен берҙәм һанлы контурға индереү маҡсатында Хөкүмәттән Рәсәйҙең Һанлы үҫеш министрлығы алдында тоташтырыу тураһында хәстәрлек күреүҙәрен һорайбыҙ, - тине Максим Забелин.

– Был мине борсой. Ошолай оҙаҡ ваҡыт эсендә интернет тоташтырылмаған икән, был ғәҙәттән тыш хәл. Хәлде тикшерергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. Ул бер айҙан был эш буйында доклад әҙерләргә ҡушты.

Федераль проекттар сиктәрендә һуңғы өс йылда республикала 1761 фельдшер-акушерлыҡ пункты интернетҡа һәм дөйөм системаға тоташтырылған.

“Республикала ауыл халҡы күпселекте тәшкил итә, телемедицина алыҫ биләмәләрҙә йәшәгәндәргә профилле белгестәрҙең онлайн-консультацияларына мөмкинлек асты”, – тине һаулыҡ һаҡлау министры.

 

Фото: novostipmr.com

 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-01-24/meditsina-tarma-y-ny-ly-anlashyu-kiser-2666210
Медицина тармағы ныҡлы "һанлашыу" кисерә
Медицина тармағы ныҡлы "һанлашыу" кисерә
Автор:
Читайте нас: