Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
23 Ғинуар 2022, 08:05

Һыуҙы аҙ эсһәгеҙ...

Кәүҙәнең бер килограмм ауырлығына күпме таҙа һыу эсергә тәҡдим ителә?

Һыуҙы аҙ эсһәгеҙ, организмда һыу-тоҙ балансы боҙола, был таштар барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе була. Инфаркт һәм инсульт хәүефе арта, сөнки ҡан ҡуйыра. Аш һеңдереү процесы насарая, эс ҡатыу барлыҡҡа килеүе ихтимал. Һыу етешмәү тире торошона шунда уҡ йоғонто яһай һәм беҙ шуның менән ҡартайыуҙы тиҙләтәбеҙ.

Нимә һәм күпме эсергә? Кәүҙәнең бер килограмм ауырлығына 30 мл иҫәбенән таҙа һыу тәҡдим ителә. Идеаль кәүҙә ауырлығын иҫәпләүҙең иң аныҡ алымдарының береһе булып Брок формулаһы тора. Ул кешенең ауырлығын, буйын, тән тибын һәм йәш нисбәтен иҫәпкә ала. Ябайлаштырып әйткәндә түбәндәгесә: ирҙәр өсөн сантиметрҙа үлсәнгән буй оҙонлоғонан 100-ҙө алырға һәм килеп сыҡҡан һанды 1,15-кә ҡабатларға. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн сантиметрҙағы буй оҙонлоғонан 110-ды алырға һәм яуапты 1,15-кә ҡабатларға. Бына ошо күрһәткестәр һеҙҙең идеаль кәүҙә ауырлыҡ була ла инде. Артабан көндәлек эсергә тейешле һыу күләменә билдәләү өсөн килеп сыҡҡан һанды 30-ға ҡабатлаһағыҙ. Мәҫәлән, буйы 160 см булған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн: (160 – 110) х 1,15 = 57,5 кг – идеаль кәүҙә ауырлығы. 57,5-те 30-ға ҡабатлаһаҡ, 1750 мл килеп сыға. Йәғни көнөнә яҡынса 1,7 литр таҙа һыу эсергә кәрәк.

Фото: zdorovieinfo.ru 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
 
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-01-22/yu-y-a-es-ge-2664251?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Автор:
Читайте нас: