Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
23 Ғинуар 2022, 08:15

Вирус “һөжүмгә” күсмәксе...

Сирҙең тәүге билдәләре күренеү менән поликлиникаға ПЦР-тест бирергә барырға кәрәк

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар  һаны тағы ла 305 кешегә артты. Бындай юғары  кимәлде үткән йылдың 28 декабрендә күҙәткәйнек. Пандемия осоронда ковидты йоҡторғандарҙың дөйөм һаны 126 666 кеше тәшкил итә.

Тәүлек эсендә 291 кеше һауыҡҡан һәм туғыҙ пациент вафат булған. Вирус ҡорбандары 4 620-гә етте.  Әлеге ваҡытта 4 147 ауырыу  амбулатор шарттарҙа, 157 пациент стационарҙа дауалана. 43 ауырыу ауыр хәлдә.

Һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһының иң күп осрағы Өфөлә (106 осраҡ), Салауат ҡалаһында (69), Стәрлетамаҡта (60) Стәрлебаш районында (20)  асыҡланған. Республикала вакцина яһатыуҙы тулыһынса 2 160 937 кеше тамамлаған.

Рәсәй төбәктәрендә лә инфекцияның йылдам таралыуы күҙәтелә. Тәүлек эсендә  илдә 49 513 кешенең вирусты йоҡтороуы билдәле. Бығаса иң юғары күрһәткес 38 меңгә генә еткәйне.

 Белгестәрҙең аңлатыуынса, инфекцияның яңы көс менән таралыуына үтә ныҡ йоғошло “омикрон” штамы сәбәпсе.  Табиптарҙың әйтеүенсә, уның билдәләре киҫкен вирус ауырыуҙарыныҡы кеүек: хәлһеҙлек, баш ауыртыуы, тамаҡ ауыртыуы, йүтәл, тымау, сөскөрөү... Балаларҙың тәненә сабыртмалар сығыуы ихтимал. Сирҙең тәүге билдәләре күренеү менән поликлиникаға ПЦР-тест бирергә барырға кәрәк, тип кәңәш итә табиптар. “Омикрон” тиҙерәк, әүҙемерәк бронхтарҙы һәм үпкәне зарарлай. Әгәр ҙә тест ыңғай булып,  анализ коронавирус булыуын асыҡлаһа, эшкә барырға, аралашырға ярамай. Эпидемиологик ҡағиҙәләр, иҫкәртеү саралары элеккесә ҡала.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-01-22/virus-zh-mg-k-sm-kse-2664235?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Автор:
Читайте нас: