Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
23 Ғинуар 2022, 21:00

Ғүмерҙе нисек оҙайтырға була?

Белгестәр ғүмерҙе оҙайтыуҙың иң ябай ысулдарын тәҡдим итә.

 Билдәле Бөйөк Британия психологы Луиза Аткинсон, үҙенең күп йыллыҡ тәжрибәһенә һәм һуңғы медицина тикшереүҙәренә таянып, һаулыҡҡа һиҙелерлек файҙа килтереүсе, иң мөһиме кеше ғүмерен оҙайтыуға булышлыҡ итеүсе бер нисә ябай ғына ҡағиҙәнән торған исемлек  төҙөгән.

  1. Көнөнә бер сынаяҡ сәй эсегеҙ.

Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, сәй компоненттары стресс гормондары кимәлен кәметергә,  ҡан тамырҙарын йомшартыуға  булышлыҡ итә, хатта йөрәк өйәнәгенән һуң аяҡҡа баҫып китеү ихтималлығын 28 процентҡа күтәрә.

  1. Һалам аша тын алығыҙ.

Оҙон һалам аша тәрән итеп тын алыуға көнөнә 2 – 3 минут ваҡытығыҙҙы йәлләмәгеҙ. Был һеҙгә тәрән итеп тын алырға өйрәнергә, үпкәгеҙҙең эшмәкәрлеген яҡшыртырға, пульсығыҙҙы һәм ҡан баҫымын кәметергә ярҙам итер.

  1. Йәйәү йөрөгөҙ.

Көн һайын әҙ генә булһа ла йәйәү йөрөү  мейе эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә һәм хәтерҙең ҡартайыу процесын тотҡарлай.

  1. Күберәк һуған ашағыҙ.

Уның 80 грамы ғына ла  йотҡолоҡ, түллек биҙҙәре яман шешенең барлыҡҡа килеү хәүефен күпкә кәметә, шулай уҡ кверцитинға бай булыуы  сәбәпле  дөйөм иммун системаһын яҡшырта.

  1. Сағыу төҫтәге емештәрҙе һыуытҡыста һаҡламағыҙ.
  2. Уларҙы бүлмә температураһында һаҡлау шифалы үҙенсәлектәрен күтәрә. Арбуз, ҡауын, грейпфрут, помидор кеүек йәшелсә-емештәр ликопинға, бета-каротинға, А витаминына һәм түбән һауа температураһында ғына күбәйә барыусы  каротиноидтарға бай.
  3. Ихлас йылмайығыҙ.

Йылмайыу организмда билдәле химик матдәләрҙең бүленеп сығыуына булышлыҡ итә. Унан иһә кешенең психик хәле яҡшыра, ул үҙен бәхетлерәк толя башлай.

  1. 20 тапҡыр сәйнәгеҙ.

 Ауыҙға ҡапҡан ризыҡты 20 тапҡыр сәйнәгәндә, организмға ингән калорияларҙы кәметеп кенә ҡалмаҫһығыҙ, ә 2-се типтағы шәкәр диабеты үҫешен 50 процентҡа тиклем ҡыҫҡартырһығыҙ.

  1. Кинәнгәнсе ләстит һатығыҙ.

Гарвард медицина мәктәбе ғалимдары үткәргән тикшереүҙәр һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, яҡын дуҫтарығыҙ араһында 20 минут рәхәтләнеп хәбәр һатыу  хәүефләнеү һәм стресты кәметеүсе прогестерон  гормоны кимәлен күтәрә.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
 
 
 
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-01-23/mer-e-nisek-o-aytyr-a-bula-2664790?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816
Читайте нас: