Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
19 Ғинуар 2022, 12:35

Койкалар фондын, беренсел звеноны әҙерләү һәм вакциналауҙы дауам итеү мөһим

Башҡортостандың Башлығы Радий Хәбиров «Рәсәй 24» каналына интервью бирҙе.

Койкалар фондын, беренсел звеноны әҙерләү һәм вакциналауҙы дауам итеү мөһим
Койкалар фондын, беренсел звеноны әҙерләү һәм вакциналауҙы дауам итеү мөһим

 Алып барыусы: Михаил Мишустин тестлауға ҙур иғтибар бирҙе. Һеҙ ҙә тестлау буйынса хәлдәр нисек тора?

 Радий ХӘБИРОВ: Беҙ быға һәр саҡ етди ҡараныҡ.  Сөнки, ысынлап та, кире емештәрен татығансы, алдан асыҡлау яҡшы.  Беҙ 100 мең кешегә 300 урынына 367 кешене тестлайбыҙ. Йәғни билдәләнгән күрһәтскесте арттырып үтәйбеҙ.  Беҙҙә ауырыуҙы асыҡлау дәрәжәһе юғары. Был бурысты тулыһынса үтәйбеҙ.   

Алып барыусы: Радий Фәрит улы, госпиталләштереү буйынса хәл нисек? Был, ысынлап та, иң мөһим күрһәткестәрҙең береһе. 

Радий ХӘБИРОВ: Был йәһәттән беҙҙә күрһәтскетәр саҡ ҡына юғары.  Әлеге ваҡытта мең ярым койка урын булдырылһа, шуның меңен пациенттар биләй.  Йәғни 500 урын әлегә буш. Былтыр ауырыуҙың ныҡ көсәйгән ваҡытында 8,5 мең койка-урынға тиклем еткерҙек, ғөмүмән, беҙҙең  мөмкинлек – 10 мең койка.   Был күрһәткес буйынса беҙ тынысбыҙ.  Артабан алға барырға ҡарар ҡабул иттек.  Беҙ көрәшкә әҙербеҙ, инфекция хеҙмәтен нығытабыҙ.  Тағы ике инфекция госпитале төҙөйбеҙ.  Өфөлә, Стәрлетамаҡта төҙөнөк, хәҙер  кешеләр үҙҙәре йәшәгән урынға яҡын  дауаланыу курсы үтә алһын өсөн, тағы икәү төҙөлә.  Был – беренсе.

Икенсенән, хәҙер беҙҙең иғтибар беренсел звеноға йүнәлтелгән булырға тейешлеген яҡшы аңлайбыҙ.  Бында ике мәсьәләне хәл итергә кәрәк: беренсеһе – әҙерләнгән табиптар. Икенсеһе – дарыуҙар.   Әле беҙ өҫтәмә саралар бүлдек, беҙгә федераль аҡсалар ҙа бүленгәйне, уларға үҙебеҙҙекен өҫтәнек.  Шунлыҡтан тейешле күләмдә дарыуҙар менән тәьмин иттек.

Тағы ла беренсел звено табиптарын туплау. Был осраҡта беҙ медуниверситеттың сығарылыш курстарын файҙаланырға булдыҡ.  Улар поликлиникаларҙа табиптар етмәгәндә, ярҙамсы функцияһын үтәйәсәк. 

Шул уҡ ваҡытта вакциналауҙы ла бер кем дә тыйманы.  Республикала талап ителгәндең 91 процентын вакциналауға өлгәштек.  Атап әйткәндә, 2 млн 265 мең кеше вакциналанған. Кешеләрҙең ревакциналау үтә башлауы ҡыуандыра.    

Алып барыусы: Эйе, 91% - был бик яҡшы күрһәткес. Һеҙҙә яуаплы кешеләр йәшәй икән.   

Радий ХӘБИРОВ: Беҙ кешеләр менән һөйләшеп килештек, уларҙы ышандырырға тырыштыҡ.  Эйе, ысынлап та, Яңы йыл байрамдары ваҡытында уларҙы борсомай торҙоҡ.  Сикләүҙәрҙе лә онотоп торҙоҡ.   Хәҙер иһә ҡабаттан сикләүҙәр режимына ҡайтыуыбыҙҙы  яйлап ҡына аңлатабыҙ.   

Кисә генә ике сикләүҙе өҫтәнем.  Улар ауырыу үтеп инеүгә  юл ҡуймаҫҡа йүнәлтелгән.  Беҙгә мәҙәни һәм спорт сараларын үткәргән ваҡытта кешеләрҙе зарарламау мөһим.  Шунлыҡтан уларҙы билдәһеҙ ваҡытҡа күсереп торҙоҡ.  Шул уҡ ваҡытта чиновниктар тарафынан граждандарҙың шәхси ҡабул итеүен дә тыйҙыҡ. 

Дөйөм алғанда, тағы бер тапҡыр ҡабатлап үтәм, койкалар фондын, беренсел звеноны әҙерләү һәм вакциналау. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
 
 
 
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-01-19/koykalar-fondyn-berensel-zvenony-erl-m-vaktsinalau-y-dauam-ite-m-im-2659959?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=3506581
Койкалар фондын, беренсел звеноны әҙерләү һәм вакциналауҙы дауам итеү мөһим
Койкалар фондын, беренсел звеноны әҙерләү һәм вакциналауҙы дауам итеү мөһим
Автор:
Читайте нас: