Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
18 Ғинуар 2022, 17:25

Киҙеүгә оҡшаған

“Омикрон”дың төп билдәләре ниндәй? Өфө ҡалаһы хакимиәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш эпидемиологы, Республика клиник йоғошло сирҙәр дауаханаһының баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов шул турала һөйләне.

Киҙеүгә оҡшаған
Киҙеүгә оҡшаған

“Омикрон”дың төп билдәләре ниндәй? Өфө хакимиәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш эпидемиологы, Республика клиник йоғошло сирҙәр дауаханаһының баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов шул турала һөйләне.

Уның әйтеүенсә, “омикрон” йоҡтороусыларҙа хәлһеҙлек, баш ауыртыуы күҙәтелә. Һирәгерәк осраҡтарҙа еҫ һәм тәм тойоу юғалыуы мөмкин.

“Коронавирустың яңы төрөнөң билдәләре киҫкен респиратор вируслы инфекцияға оҡшаған: температура 38 градус тирәһе була, тән ватылып килгәндәй, танау тона, тымау яфалай, тамаҡ ауыртып тора, аппетит юғала. Балаларҙың тәненә сабыртма сығыуы ихтимал. Күптәр коронавирустың был төрөн еңел үткәрә, ләкин ул тиҙ тарала һәм үпкә көпшәләрен, үпкәне шулай уҡ тиҙ зарарлай. Кеше күп булған ерҙә “омикрон”ды йоҡтороу ҡурҡынысы ҙур, сөнки ул биш тапҡырға тиҙерәк күсә”, – тине Азат Мөхәмәтйәнов.

 Ковидты, шул иҫәптән уның яңы төрөн профилактикалау саралары үҙгәрешһеҙ ҡала. Улар – вакцинация һәм ревакцинация үтеү, ҡулдарҙы йыуып йөрөү, битлек кейеү, социаль дистанцияны күҙәтеү, антисептиктар ҡулланыу, биналарҙы даими елләтеп тороу.

Автор:Альмира Кирәева
https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2022-01-18/ki-e-g-o-sha-an-2658391
Автор:
Читайте нас: