Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
17 Ғинуар 2022, 15:10

Ковидтың яңы төрөнә әҙер булырға тейешбеҙ

Башҡортостан Башлығы «омикрон»дың таралыуына ныҡлы әҙерләнергә ҡушты. 

Ковидтың яңы төрөнә әҙер булырға тейешбеҙ
Ковидтың яңы төрөнә әҙер булырға тейешбеҙ

 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикаға коронавирустың яңы штаммы яҡынлашыу сәбәпле, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына өҫтәмә койкалар фонды һәм дарыуҙар запасы  булдырырға ҡушты.  Шулай уҡ ведомствоға төбәктә ике инфекция үҙәге төҙөлөшөн тиҙләтергә кәрәклеген әйтте.   

Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров донъяла коронавирустың бик  ныҡ таралыуын биләдәләп үтте.  Мәҫәлән, Америкала ғына  тәүлек эсендә 1,130 млн кешенең зарарланыуы, Францияла 200 меңдән ашыу кешенең ауырыуы асыҡланған. 

«Мәскәүҙә ауырыусылар һаны арта. Күп медицина учреждениелары үҙҙәренең койка фондын яңынан ҡарай, — тип билдәләне ул һәм, республика ошонан сығып эш итергә тейешлеген өҫтәне. — Беҙҙең һаулыҡ һаҡлау системаһы дауаханаға урынлаштырыласаҡ пациенттарҙың ағымы артыуына әҙер булырға тейеш. Республикала «омикрон» штаммы  әле үк асыҡланды, ул кешеләр буйлап йөрөй, тиҙҙән  беҙ уның емешен татый башлаясаҡбыҙ.   Шунлыҡтан, иң беренсе сиратта,  һаулыҡ һаҡлау системаһын нығытырға тейешбеҙ.   Амбулатор рәүештә дауаланыу өсөн  дарыуҙар һатып алып әҙерләү мөһим.   Эксперттар фекеренсә, «омикрон» еңелерәк үткәрелә.   Тимәк, амблутор дауаланыу талап ителәсәк, ә бының өсөн дарыуҙар кәрәк.   Һәм, әлбиттә, койкалар фондын әҙерләргә.   Республикалағы ике госпиталдең төҙөлөшөн дә әүҙемләштереү мөһим.   Улар, һис һүҙһеҙ, беҙгә кәрәк буласаҡ».

Радий Хәбиров әйтеүенсә, эксперттар «омикрон»дың таралыуы буйынса бик насар фараз бирә. 

«Белмәйем, тормошҡа ашырмы ул юҡмы, әммә беҙ уға әҙер булырға тейешбеҙ», — тип һығымта яһаны Башҡортостан башлығы. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-01-17/kovidty-ya-y-t-r-n-er-bulyr-a-teyeshbe-2656960?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816
 
 
 
Автор:
Читайте нас: