Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
16 Ғинуар 2022, 17:40

Яңы штамм балалар өсөн хәүефле

Айырыуса был биш йәшкә тиклемге сабыйҙарға ҡағыла...

Коронавирустың яңы тулҡыны  “омикрон” штамы менән бәйле буласаҡ, ти эксперттар. Күҙаллауҙар буйынса,  сир тәүҙә Мәскәүҙә тараласаҡ, аҙаҡ илдең  бөтә төбәктәренә юғары тиҙлек менән үтеп инәсәк. Республикала әлегә алты кешенең яңы штамды йоҡтороуы билдәле, тик эпидемиологик хәлдең көн һайын  үҙгәреп тороуы көтөлә.

Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы етәксеһе Азат Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә,  яңы тулҡын “омикрон” донъя кимәленә сыҡҡандан һуң  башланасаҡ. Рәсәйҙә сир тулҡынын ғинуар аҙағында  – февраль башында көтәләр. Өс-дүрт аҙнанан уның таралыуы юғары  нөктәгә етеүе мөмкин. Башҡортостанда “омикрон” штамын асыҡлау өсөн анализдар  Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә ебәрелә.

– Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы хәбәр итеүенә ҡарағанда, яңы штамм элеккеләренә ҡарағанда тиҙерәк тарала. Был хәл ауырыуҙарҙың күпләп артыуына килтерәсәк, яңы штамм бик хәүефле. Шулай уҡ  ойошмала ”омикрон” йоҡторғандар араһында  ҡаты сирлеләр һаны аҙыраҡ, тип билдәләйҙәр.  Прививка яһатмаған,  шәкәр диабеты, онкология  һәм башҡа сирҙәргә дусар  кешеләр араһында ҡаты сирлеләр булыуы билдәле, – тигән аңлатма бирҙе Азат Мөхәмәтйәнов.

Эксперттың әйтеүенсә, хәүеф төркөмөндә барыһынан да элек прививка яһатмағандар һәм өлкәндәр  тора.

“Шуға күрә оло йәштәгеләргә ҡабул ителгән бөтә эпидемиологик сараларҙы теүәл үтәргә, вакцина һәм ревакцинация яһатырға, ҡулдарҙы йыш йыуырға, битлек режимын һаҡларға, йоғошһоҙландырыусы сараларҙы ҡулланырға, бүлмәләрҙе даими елләтергә кәрәк,” – ти табип.

Азат Мөхәмәтйәнов яңы штамдың балалар өсөн хәүефле булыуын билдәләне.

– Патологиялары булған балалар сирҙе ауыр үткәрәсәк. Генетик, неврология, йөрәк-ҡан тамырҙары, һимереү, быума, шәкәр диабеты, анемия һәм башҡа хроник сирҙәр  менән яфаланған, шулай уҡ бер йәшкә тиклемге сабыйҙар  ошо исемлектә.  Бәлиғ булмаған йәштәге балаларҙың дауаханаға эләгеүе “дельта” менән сирләгәндәгегә ҡарағанда 20 процентҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә. Айырыуса был  биш йәшкә тиклемге балаларға ҡағыла. Бронхиолит һәм пневмония кеүек өҙлөгөүҙәр менән дауаханаға һаласаҡтар. Кескәй пациенттарҙа йыш ҡына диарея, ҡоҫоу һәм һыуһыҙланыу күҙәтелә, – ти эксперт.

Фото:”Башинформ”

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: