Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
12 Ғинуар 2022, 10:55

Кем алда, кем “ҡойроҡта”?

Биш төбәктә вакцина яһатыу темпы түбән. Улар ҡайһы район-ҡалалар?Тулы текст сайтта:

Кем алда, кем “ҡойроҡта”?
Кем алда, кем “ҡойроҡта”?

Республикала вакцина яһатыу дауам итә. 54 райондың 21-ендә коронавирустан вакцина яһатыу буйынса маҡсатлы күрһәткес үтәлгән һәм пландағы 100 проценттан 127 процентҡа тиклем тәшкил итә.

28 районда халыҡтың пландан 80 проценттан 99 процентҡа тиклеме вакцина яһатҡан. Туғыҙ районда прививка ҡаҙатыу кимәле 72 проценттан 79 процентҡа тиклем тәшкил итә. Ә биш төбәктә был темп түбән. Улар - Белорет һәм Бөрө райондары, Сибай, Октябрьский, Межгорье ҡалалары.

Коллектив иммунитет булдырыу өсөн 18 йәштән өлкәндәрҙең 80 проценты вакцина яһатырға тейеш.

"Беҙ коронавирустан, иммунитеттың ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, ярты йыл һайын прививка яһатырға тәҡдим итәбеҙ. Ғалимдарға әлегә антиесемдәрҙең ниндәй кимәле сирҙе йоҡтороуҙан һаҡлауы билдәле түгел. Даими вакцина яһатыу организм өсөн хәүефле түгел, ул ҡаты сирләүҙән ярҙам итәсәк кенә. Әле донъяла “омикрон” штамы ҙур тиҙлек менән тарала, уның эҙемтәләрен баһалауы ауыр, – тине һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова. – Прививка – үҙеңде һәм яҡындарыңды инфекция эҙемтәләренән һаҡлауҙың иң ябай һәм ышаныслы ысулы".

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Автор:
Читайте нас: