Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Сәләмәтлек
19 Декабрь 2021, 05:55

Ниндәй райондарҙа вакцинация әүҙем бара?

Башҡортостандың 54 районының 13-ө ковидтан вакцинациялау буйынса планды үтәгән. Уларҙы һанап үтәбеҙ.

Ниндәй райондарҙа вакцинация әүҙем бара?Ниндәй райондарҙа вакцинация әүҙем бара?
Ниндәй райондарҙа вакцинация әүҙем бара?

Башҡортостандың 54 районының 13-ө ковидтан вакцинациялау буйынса планды үтәгән. Уларҙы һанап үтәбеҙ: Бүздәк, Шишмә, Саҡмағош, Әлшәй, Стәрлебаш, Кушнарен, Миәкә, Ҡариҙел, Баҡалы, Дүртөйлө, Тәтешле, Дәүләкән, Ҡалтасы. Тағы ла бишәүһе: Шаран, Бишбүләк, Асҡын, Ғафури, Ишембай планды тултырыуға яҡынлашып килә.

Ә бына Сибай, Октябрьский, Межгорье ҡалалары, Бөрйән һәм Белорет райондары иһә был тәңгәлдә һүлпәнлек күрһәтә.

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: коллектив иммунитет булдырыу өсөн 18 йәштән оло кешеләрҙең 80 процентының вакцина яһатыуы зарур. Был – Рәсәй Хөкүмәте тарафынан ҡуйылған күрһәткес.

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы прививканы 2 484 667 кеше ҡаҙатыуы мөһим. 18 декабргә ҡарата республикала прививканың беренсе компонентын 2 128 703 кеше яһатҡан  (вакцина эшләтергә тейешле халыҡтың 85,7 проценты, ололарҙың 68,5 проценты). Вакцинацияны тулыһынса тамамлаусылар – 1 949 295 (прививка яһатырға тейешлеләрҙең 78,5 проценты, ололарҙың 62,8 проценты), шуларҙың 259 734-е Спутник Лайтты ҡаҙатҡан.

Фото "Башинформ"дан алынды.

https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2021-12-19/nind-y-rayondar-a-vaktsinatsiya-em-bara-2626086?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=37933420
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас