Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Сәләмәтлек
5 Ноябрь 2021, 05:30

Ауылдарҙа сир аҙғандан-аҙа

«Йөрәгем әрнегәнгә яҙам. Бөгөн тағы бер ғаилә етем ҡалды...» Тулыраҡ:

Ауылдарҙа сир аҙғандан-аҙаАуылдарҙа сир аҙғандан-аҙа
Ауылдарҙа сир аҙғандан-аҙа

Уҙған тәүлектә ковид-19 вирусы тағы ла 675 кешелә асыҡланған. Дауаханаларҙа сир менән 915 кеше көрәшә, уларҙың 582-һе — 60 йәштән өлкәндәр. 662 пациент һауығып сыҡҡан, 24 кеше вафат булған. Дауахананан тыш пневмония менән тәүлек дауамында 205 кеше сирләгән, 249 пациент йүнәлгән. Республикала халыҡты коронавирусҡа ҡаршы вакциналау дауам итә.

Мәкерле сиргә бәйле Дәүләкән районынан мәғариф ветеранының фекере менән уртаҡлашмаҡсыбыҙ. 

«Ауылдарҙа өй эстәре менән ауырыусылар, үлеүселәр күбәйҙе. НИ ӨСӨН? Сөнки күптәр прививкаға ҡаршы алып барылған, әллә ниндәй уйҙырмаларға ышана.Медицинаға ҡаршы ҡыр яғалашалар. Ә малдарҙы 60 -сы йылдарҙа иҙелмә (ящур), түләмә (сибирская язва) ауырыуынан прививка менән ҡотҡарҙылар, аҙҙырманылар. Иҙелмә сиренән малдарҙы көтөүе менән карантинға ҡуйып, ауыл эсенә индермәнеләр, һыйырҙарҙы яланда кәртәләп, шунда барып ҡарап йөрөй инек.

Ябай уҡытыусымын. Ғаиләбеҙ менән прививка эшләттек. Табиптан белешмә алыу ҙа кешенең үҙенән тора, шөкөр, прививканы еңел үткәрҙек. Шундай һығымта яһайым: мал араһындағы кеше ғүмере өсөн дә үлемесле сирҙе тик прививка менән еңделәр, аҙҙырманылар. Мин был тексты үҙ иркем менән, йөрәгем әрнегәнгә яҙҙым. Бөгөн тағы бер ғаилә етем ҡалды. ПРИВИВКА ЭШЛӘТӘГЕҘ, ЗИНҺАР», - тип яҙа Дәүләкән районынан мәғариф ветераны, 69 йәшлек Фәниә Ҡотлобулатова.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2021-11-04/auyldar-a-sir-a-andan-a-a-2571689?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816
Автор:
Читайте нас