

Район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Р. Вәлинуров республикала коронавирус инфекцияһы торошо менән таныштырҙы.
Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһының медицина профилактикалау кабинеты мөдире А. Ғәлимйәнов хәбәр итеүенсә, үткән аҙнала дауаханаға киҫкен респиратор вирус инфекцияһы билдәләре менән 444 кеше мөрәжәғәт иткән, шуларҙың 170-е — балалар. Өлкәндәрҙә 40 пневмония осрағы теркәлгән, республика учреждениеларында раҫланган ковид диагнозы менән 19 кеше стационарҙа дауалана. Үткән аҙнала вакцинаның беренсе компонентын — 1313 кеше, ә икенсеһен 251 кеше эшләткән.
Район хакимиәтенең инвестиция сәйәсәте секторы мөдире А. Карамова райондың сауҙа объекттары буйынса ковидҡа каршы рейдтар һәм һатыусылар, һатып алыусылар тарафынан сикләү саралары үтәлеүе хаҡында бәйән итте.
Люция Карамова.