Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
12 Октябрь 2021, 12:22

Өлкәндәр өйҙә генә ултырасаҡ

Указ ҡасандан ғәмәлгә инер һәм аныҡ ҡына кемдәргә ҡағылыр? 

Өлкәндәр өйҙә генә ултырасаҡ
Өлкәндәр өйҙә генә ултырасаҡ

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә һөйләшеүҙең ҙур өлөшө коронавирус инфекцияһы таралыу проблемаһына арналды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡы өсөн мөһим яңылыҡтарҙы еткерҙе. Шулай, иртәгәнән, 13 октябрҙән алып Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләр өсөн мотлаҡ ҡурсаланыу тәртибе индерелә.

Алдараҡ хәбәр итеүебеҙсә, өлкән йәштәге кешеләр өсөн изоляция кәрәклеге тураһында төбәктең ковид госпиталдәренең баш табиптары асыҡ хат менән Башлыҡҡа мөрәжәғәт иткәйне. Табиптар белдереүенсә, тап ошо категория граждандары сирҙе ауырыраҡ үткәрә һәм күберәк вафат була.

Радий Фәрит улы белдереүенсә, ҡурсаланыу ҡағиҙәләре вакцина яһатмаған өлкәндәргә һәм хроник сирҙәре булғандарға ҡағыласаҡ. Ул республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡт социаль яҡлау министрлығы менән Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарына яңы сикләүҙәрҙе индереү механизмдарын әҙерләргә ҡушты.

– Быға һәр муниципалитет башлығы яуаплы ҡарарға тейеш. Район һәм ҡалаларҙа эш шундай итеп ойошторолһон, коронавирусҡа ҡаршы прививка һалдырмаған өлкәндәр иртәгәнән өйҙә ултырһын. Бындай норма бер йыл элек булғайны, шуны хәтергә төшөрәйек, – тине Радий Хәбиров.

Был йәһәттән юғары әҙерлек тураһындағы указға үҙгәрештәр бөгөндән индереләсәк.

Фото: kostroma.mk.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Өлкәндәр өйҙә генә ултырасаҡ
Өлкәндәр өйҙә генә ултырасаҡ
Автор:
Читайте нас: