Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
13 Сентябрь 2021, 10:35

Айыҡлыҡ — киләсәгеңдең ышаныслы нигеҙе

Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнө уңайынан  Иҫке Ҡаҙансы мәктәбендә бик фәһемле сара үтте.  

Айыҡлыҡ — киләсәгеңдең ышаныслы нигеҙе
Айыҡлыҡ — киләсәгеңдең ышаныслы нигеҙе

11 сентябрҙә Рәсәйҙә айыҡлыҡ көнө билдәләнелә.   Ошо уңайҙан  ауыл фельдшеры  Ләйсән  Рафиҡ ҡыҙы Ғафурйәнова,  ауыл китапханаһы китапханасыһы Гөлфинә Ҡәнифйән ҡыҙы  Исламова  мәктәп директоры Мансур Әлфрис улы Нуриәхмәтов менән  берлектә   Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбенең өлкән класс уҡыусылары өсөн  насар ғәҙәттәрҙең үҫмерҙәр  организмына зыяны тураһында әңгәмә үткәрҙе.   Балалар эскелектең ниндәй насар эҙемтәләргә килтереүе тураһында тыңланы.  Әңгәмә барышында Ләйсән Рафиҡ ҡыҙы   коронавирус инфекцияһынан һаҡланыу юлдары тураһында ла һөйләне.

Мансур Әлфрис улы һәм Гөлфинә Ҡәнифйән ҡыҙы ла сығыштарында “йәшел йылан”дың  бәлә-ҡазаға юлыҡтырыусы ла, бәхетле ғаиләләрҙе тарҡатыусы ла, бәндәне иманынан яҙҙырыусы ла, һаулыҡты ҡаҡшатыусы ла, ғүмерҙе ҡыҫҡартыусы ла  икәнлеген аңлатты.

Гөлфинә Ҡәнифйән ҡыҙы балалар өсөн әҙерләгән “Айыҡлыҡ — киләсәгеңдең ышаныслы нигеҙе” тигән китаптар күргәҙмәһен дә презентацияланы.  Тәжрибәле китапханасы балаларҙы уяу булырға, насар ғәҙәттәрҙән ары торорға, сәләмәт,  айыҡ тормош алып барырға, спорт менән шөғөлләнергә  һәм  белем, аҡыл, тәрбиә сығанағы булған китаптар менән һәр саҡ дуҫ булырға өндәне.

Шулай итеп...

Аллаһы Тәғәлә һәр кемгә бер генә ғүмер биргән, һәр кем ул ҡәҙерле ғүмерҙе сағыу, ҡыҙыҡлы, матур итеп үткәрергә, мул, бәрәкәтле, ҡотло тормошта лайыҡлы итеп йәшәргә хыяллана. Тик ул ынтылыштарҙың, хыял-маҡсаттарҙың юлына “йәшел йылан”ғына төшмәһен. Ул саҡта гөрләп торған сағыу донъяның да ҡото китә. Шуның өсөн һаулығыбыҙҙы һаҡлайыҡ, сәләмәт тормош алып барайыҡ!

Наилә Имаева.

 

Айыҡлыҡ — киләсәгеңдең ышаныслы нигеҙе
Айыҡлыҡ — киләсәгеңдең ышаныслы нигеҙе
Айыҡлыҡ — киләсәгеңдең ышаныслы нигеҙе
Айыҡлыҡ — киләсәгеңдең ышаныслы нигеҙе
Читайте нас: