Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
5 Август 2021, 10:25

Прививка яһат та, бүләк ал!

Ҡариҙел ауыл советында  “Мин вакцина яһаттым” тигән акция башланды.

Прививка яһат та, бүләк ал!
Прививка яһат та, бүләк ал!

“Сәләмәт ауыл” проектына ярашлы, Ҡариҙел ауыл советында  “Мин вакцина яһаттым” тигән акция башланды. 

Уның төп маҡсаты – коронавирус инфекцияһынан коллектив иммунитет барлыҡҡа килтереү өсөн прививка яһатҡан ауылдаштар һанын арттырыу. Вакцинаның ике компонентын да яһатҡан  65 йәштән өлкән кешеләргә аҙыҡ-түлек  йыйылмалары тапшырылды.

“Йәшлек” биҫтәһендә йәшәгән Венера һәм Марсель Ильясовтар прививканы тәүгеләрҙән булып февраль айында уҡ яһатты.

Уларҙың өлгөһөнә яҡын дуҫтары Тәржемә һәм Радик Хаматовтар ҙа эйәргән. Оло йәштәгеләр ковид сирен нисек үткәреүҙәре менән бүлеште һәм башҡаларҙы ла вакцина яһатырға саҡырҙы. 

Өлкән йәштәгеләр хәүефле төркөмдө тәшкил итә, шуға күрә улар тәү сиратта сәләмәтлектәрен хәстәрләргә бурыслы.  Бөгөн прививка яһатҡан пенсионерҙарға бүләктәр килтергән эшҡыуарҙар Айгөл һәм Булат Ваһаповтар  ҙа тап шулай уйлай. 

Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко билдәләүенсә, “коронавирустан өлкәндәрҙең бөтәһен дә тиерлек вакцинацияларға кәрәк, медицина күрһәтмәһе булғандар ғына иҫкәрмә була ала”.

Фото:VK.com

Автор:Дина Арсланова
Прививка яһат та, бүләк ал!
Прививка яһат та, бүләк ал!
Автор:
Читайте нас: