Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
4 Август 2021, 08:56

Ковид кемгә ҡағылырға "ҡыймай"?

Рәсәйҙә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар артыуын дауам итә, көн һайын 23 меңдән ашыу кеше сирҙе эләктерә. Үлем осраҡтары  кәмемәй, тәүлек һайын 700-800-гә яҡын ауырыу вафат була. Ғалимдар ҡайһы берәүҙәрҙе вирустың урап үтеүе  хаҡында ла белдерә. Кемгә, ни өсөн коронавирус ҡағылмай?

Ковид кемгә ҡағылырға "ҡыймай"?
Ковид кемгә ҡағылырға "ҡыймай"?

Санкт-Петербургтағы Пастер исемендәге  эпидемиология һәм микробиология  ғилми-тикшеренеү институты директоры Арег Тотолян әйтеүенсә, ҡанда лимфоциттарҙың юғары кимәлдә булыуы коронавирус йоҡтороу  һәм сирҙең ауыр үтеү хәүефен кәметә. Шулай уҡ альфа интерфероны молекулаһы юғары кимәлдә булған кешегә  сирҙе йоҡтороу  ҡурҡынысы янамай. Айырым генетик маркерҙар йөрөтөүселәрҙең дә сирҙе эләктермәүе ихтимал, тип раҫлаған ғалим.  Үкенескә ҡаршы,  коронавирус ҡағылыу хәүефе аҙ булған кешеләр арабыҙҙа һирәк, бары вакцинация ғына сирҙең ауыр эҙемтәләренән беҙҙе  һаҡлаясаҡ.

Фото:Tass.ru

Ковид кемгә ҡағылырға "ҡыймай"?
Ковид кемгә ҡағылырға "ҡыймай"?
Автор:
Читайте нас: