Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
27 Июль 2021, 10:05

Башҡортостанда балалар лагерҙарының береһендә 46 ял итеүсе коронавирус йоҡторған

Башҡортостанда балалар лагерҙарының береһендә яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 46 осрағы асыҡланған.

Башҡортостанда балалар лагерҙарының береһендә 46 ял итеүсе коронавирус йоҡторған
Башҡортостанда балалар лагерҙарының береһендә 46 ял итеүсе коронавирус йоҡторған

Был хаҡта хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Роспотребнадзорҙың республика идаралығы етәксеһе Анна Казак хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта балалар ялы учреждениеһы ябыҡ.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Мәғариф министрлығына ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эш төркөмө булдырырға һәм Роспотребнадзор белгестәре менән берлектә йәйге ял лагерҙарын тикшерергә ҡушты.

«Һеҙ хәлде тикшерергә тейешһегеҙ. Лагерҙарҙа балаларҙың сир йоҡтороуына юл ҡуйған етәкселәргә килгәндә, уларҙы эштән бушатырға кәрәк, — тип белдерҙе республика етәксеһе. — Ошондай илке-һалҡылыҡ балаларҙы ялһыҙ ҡалдырыуы мөмкин. Алда уларҙың ял итеү өсөн тағы бер ай ваҡыты бар».

 

https://www.bashinform.ru/news/1622545-v-bashkirii-v-odnom-iz-detskikh-lagerey-46-otdykhayushchikh-zaboleli-koronavirusom/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда балалар лагерҙарының береһендә 46 ял итеүсе коронавирус йоҡторған
Башҡортостанда балалар лагерҙарының береһендә 46 ял итеүсе коронавирус йоҡторған
Автор:
Читайте нас: