Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
26 Июль 2021, 09:28

Сикләүҙәр үҙ көсөнә инде

Бөгөндән, 26 июлдән, Башҡортостанда ресторандарға, башҡа социаль-көнкүреш учреждениеларына тик вакцина яһатыу тураһында белешмә (сертификат), вакцина яһатыуҙың килешмәүе тураһында медицина справкаһы һәм COVIDҡа лаборатор тикшереүҙәр кире һөҙөмтә биргән осраҡта ғына инергә мөмкин буласаҡ.

Был сикләүҙәр 12 июлдә үк башланырға тейеш ине. Ул йәмәғәт туҡланыу ойошмаларына (50 һәм унан да күберәк кеше һыйышлы заведениеларға ҡағыла), матурлыҡ, косметика һәм СПА-салондарға, массаж салондарына, мунсаларға, фитнес-клубтарға, бассейндарға, студент ятаҡтарына һәм ҡала-ара транспортҡа ҡағыла.   

Автор:Рәсүл Байгилдин
Сикләүҙәр үҙ көсөнә инде
Сикләүҙәр үҙ көсөнә инде
Автор:
Читайте нас: