Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
24 Июль 2021, 10:00

Бәхетле ҡартлыҡ кисерәләр

Борай районынан Сәйетғәлиевтар мөхәббәттә һәм тоғролоҡта 63 йыл ғүмер итә

Бәхетле  ҡартлыҡ кисерәләр
Бәхетле ҡартлыҡ кисерәләр
Бәхетле  ҡартлыҡ кисерәләр
Бәхетле ҡартлыҡ кисерәләр

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан Ҡолай ауылында 63 йыл тормош юлын бергә үтеп, шатлыҡтарҙы бергә уртаҡлашып, бер-береһенә терәк-таяныс булып йәшәүсе Мәдинә апай менән Рәйеф ағай Сәйетғәлиевтарға “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн ” миҙалы тапшырылды.
Рәйеф ағай менән Мәдинә апай икеһе лә етеҙ, тынғыһыҙ, йөҙҙәренән йылмайыу китмәй. Ә бит тормош юлдары еңел генә булмаған. Уларҙың бала саҡтары һәм үҫмер йылдары ауыр һуғыш йылдарына тура килгән. Бер аҙ ҡул араһына инә башлаған малай менән ҡыҙға был осорҙоң барлыҡ ауырлыҡтарын үҙ иңдәрендә күтәрергә тура килгән. Йәшлектәре лә тыуған яҡтары — тырыш халҡы менән дан тотҡан Ҡолай ауылында уҙа.
Рәйеф ағай армиянан ҡайтҡандан һуң, хеҙмәт юлын тыуған ауылы колхозында башлай. Малсылыҡта ла, янғын һүндереү бүлегендә лә эшләй. Етештереү алдынғыһы булған Рәйеф Сәйетғәли улының тырыш хеҙмәте Чехословакияла ял итеү өсөн юллама менән билдәләнә.
Мәдинә апай ҙа ғүмер буйы, хаҡлы ялға сыҡҡансы, колхозда эшләй. Шул йылдар эсендә төрлө эштәр башҡара.
1957 йылдың 7 ноябрендә ике йәш йөрәк ҡауыша. Уларҙың никахы бер һәм ғүмерлек була. Татыу ғаиләнең мөхәббәт емештәре булып һигеҙ бала донъяға килә.
— Үҫкәндә һигеҙ булһалар, хәҙер ҡайтҡанда 16 бит улар. Улар янында 17 ейән-ейәнсәр һәм 13 бүлә-бүләсәр бар. Байрамдар, ялдар етһә, күҙҙәр тәҙрәлә, ҡайһыһы ҡайһы яҡтан ҡайтыр, тип көтәбеҙ, — ти Мәдинә апай менән Рәйеф ағай.
Балалары үҙҙәре кеүек тырыш, ипле булып үҫә уларҙың. Һәр береһе тормошта үҙ юлын, үҙ парын табып, башлы-күҙле булып, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр үҫтерә.
Хоҙай насип иткән ғүмерҙәрен Сәйетғәлиевтар мәғәнәле һәм матур итеп уҙған. Уларға балалары ғына түгел, ауылдаштары, тирә-яҡтағылар ҙа һоҡланып ҡарай, хөрмәт итә. Хеҙмәт һөйөп, һигеҙ балаға ғүмер биреп, уларҙы ысын кешеләр итеп тәрбиәләгән Сәйетғәлиевтарға һоҡланмай мөмкин түгел.


Зәһинә Ибатуллина.

Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: