Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
16 Июль 2021, 16:08

Педагогтарҙың 46 проценты прививка эшләткән

Медицина күрһәтмәһе булмай тороп, вакцинациянан баш тартҡан осраҡта, уҡытыусыларҙы уҡыу процесына индермәүҙәре мөмкин.

Педагогтарҙың 46 проценты прививка эшләткән
Педагогтарҙың 46 проценты прививка эшләткән

Башҡортостанда вакцина яһатыуға уҡытыусылар, колледж һәм юғары уҡыу йорттары педагогтары әүҙем ҡушылды. Әле уларҙың 46 проценты прививка эшләтергә өлгөргән.

Уҡыу йылы башланыр алдынан вакцинация кампанияһына Белорет педагогия колледжы коллективы ла ҡушылды. Быйыл май айында унда бер нисә кешенең инфекцияны йоҡтороуы асыҡланды, хеҙмәткәрҙәр һәм студенттар коронавирус сирен үткәрҙе. Уҡытыусылар бындай хәүефле хәлдең ҡабатланыуын теләмәй. 14 июлгә ҡарата колледж хеҙмәткәрҙәренең 38 проценты вакцина яһатҡан. Июль аҙағына тиклем йөҙ процент менән вакцинацияны тамамлаясаҡтар.

Мәғариф һәм фән министрлығы уҡытыусыларға 1 сентябргә тиклем коронавирустан прививка яһатырға тәҡдим итә. Медицина күрһәтмәһе булмай тороп, вакцинациянан баш тартҡан осраҡта, уҡытыусыларҙы уҡыу процесына индермәүҙәре мөмкин. Министрлыҡтың 2021 йылдың 15 июлендәге бойороғона ярашлы, вакцинация үткән уҡытыусыларға өҫтәмә ял көндәре биреләсәк, был осраҡта эш хаҡы һаҡлана. Әйткәндәй, министрлыҡ хеҙмәткәрҙәренең 79,3 проценты прививка яһатҡан да инде.

 

Фото: Мәғариф һәм фән министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Педагогтарҙың 46 проценты прививка эшләткән
Педагогтарҙың 46 проценты прививка эшләткән
Автор:
Читайте нас: