Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
14 Июль 2021, 09:09

Хәлең юҡмы? Алма аша!

Киви, манго, маракуйя кеүек ят ризыҡтарҙың беҙҙең организм өсөн шифаһы бармы?

Йәй – витаминдар туплап, организмды нығытыу осоро.
Белгестәр кеше өсөн үҙ төйәгендә үҫкән емеш-йәшелсәнең файҙалыраҡ булыуын күптән билдәләй. Мәҫәлән, киви, манго, маракуйя кеүек ят ризыҡтар нисек кенә тәмле һәм файҙалы булмаһын, уларҙың беҙҙең организм өсөн шифаһын үҙебеҙҙә үҫкән алма, кишер, сөгөлдөр менән сағыштырып булмай.
Көнөнә бер алма ашау организмдың С витаминына булған ихтыяжын дүрттән бер өлөшкә тәьмин итә. Был емеш В2, В1 витаминдарына ла бай. Ул ҡан тамырҙарын нығыта, холестерин кимәлен кәметә, гемоглобинды күтәрә, аш эшкәртеү, матдәләр алмашыныу процесын көйләй.
Шулай уҡ алманың микробтарға ҡаршы тороу сифаты ла бар. Ул ауыҙ ҡыуышлығындағы насар еҫте бөтөрә, тештәрҙе таҙалай, теш ҡаҙнаһын нығыта.
Әгәр ашҡаҙан сей яраһы булып йәки башҡа төрлө сәбәп менән алма ашай алмайһығыҙ икән, уны микротулҡынлы йәки башҡа төрлө мейестә бешереп ашарға мөмкин. Мәҫәлән, микротулҡынлы мейестә алманы ике минут самаһы тотоу ҙа етә.
Фото: pixabay.com
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас: