Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
18 Июнь 2021, 22:00

Сәләмәтлек һағында тороусылар тәбрикләнде

Балтас районы Мәҙәниәт һарайында Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан тантаналы сара үтте.

Байрам сараһына медицина хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары саҡырылғайны. Район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев райондың медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Үҙәк район дауаханаһы баш табибы вазифаһын башҡарыусы Салауат Фаат улы Ғелметдинов та коллективҡа йылы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
Байрам уңайынан бүләкләүҙәр күп булды. Участка табип-педиатры Фәридә Хәмитова - РФ Йыйылышы Федерация Советы рәйесе Рәхмәт хатына, табип-онколог Раушания Хәбипова - “БР-ҙың атҡаҙанған табибы” маҡтаулы исеменә, табип-терапевт Рәмилә Сиражетдинова ”Почетлы остаз” айырыу билдәһенә лайыҡ булды.
Табип-терапевт Илзидә Әхмәҙиева, Мата ФАП-ы фельдшеры Рузилә Ғимадова, терапия бүлеге шәфҡәт туташы Лидия Хисамова БР-ҙың Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
Төркөм-төркөм медицина хеҙмәткәрҙәре БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хаттарына, шулай уҡ район хакимиәте һәм үҙәк район дауаханаһының Маҡтау грамоталарына лайыҡ булды.
Табип-хирург, күп йылдар дауахананы етәкләгән Рәшит Фәүзи улы Сабиров “Балтас районының Почетлы гражданы” исеменә лайыҡ булды.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Читайте нас: