Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
25 Май 2021, 09:18

Бөгөндән “КовиВак” яһатырға мөмкин

“КовиВак” вакцинаһы республиканың барлыҡ вакцинациялау пункттарында бар. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.

Шулай итеп, бөгөндән был вакцинаны поликлиникаларҙа һәм мобиль пункттарҙа яһатырға мөмкин.
“КовиВак” М. Чумаков исемендәге Иммунобиологик препараттарҙы тикшереү һәм етештереү федераль фәнни үҙәге тарафынан етештерелгән. Ул тулайым күҙәнәктән тора, йәғни SARS-CoV-2 вирусының бөтөн үлтерелгән күҙәнәгенән эшләнгән. Ул хәүефһеҙ һәм кеше организмында антиматдәләр булдырыуға һәләтле.
Әлеге ваҡытта вакцина 18-ҙән 60 йәшкә тиклем кешеләргә яһала. Тап ошо вакцинаны яһатырға икәнлекте фәҡәт табип, анамнезға һәм амбулатор карталағы мәғлүмәттәргә ҡарап, хәл итә. Вакцина ике аҙналыҡ интервал менән ике тапҡыр яһала.
Вакцинаны ауырлы саҡта һәм бала имеҙгәндә яһатырға ярамай. Тиҙҙән Чумаков исемендәге үҙәктә вакцинаны тикшереүҙең өсөнсө фазаһын башлаясаҡтар, унда 60 йәштән өлкәнерәк ирекмәндәр ҡатнашасаҡ.
24 майға Башҡортостанға яңы коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү өсөн 386374 доза вакцина ҡайтарылған. I компонентын – 339 181 кеше, ике компонентын да 253 438 кеше яһатҡан.
Фотолар рәсми сығанаҡтан.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: