Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
16 Май 2021, 18:56

Быуындар һыҙлаһа..

Бал менән аспирин ҡушылмаһы - һыҙлаған ерҙәргә дауа. Бының өсөн алына:

Ун төймә аспирин (ацетилсалицил кислотаһы);
200 грамм шыйыҡ бал.
Аспирин төймәләрен иҙеп, бал менән бутарға ла бүлмә температураһында ун көнгә ултыртып ҡуйырға. Ошо ваҡыт эсендә уны һәр ваҡыт болғатып торорға кәрәк. Аҙаҡ ҡушылманы һыҙлағын тубыҡтарға һөртөп, полиэтилен япма менән нығытып, өҫтөнән шыумаҫлыҡ итеп йөн туҡымалы әйбер менән бәйләп ҡуйырға.
Компресты йоҡлар алдынан яһау уңайлы. Тәүге тапҡыр эшләгәндә әҙерәк яндырған кеүек тойолор. Бындай дауаланыу ваҡытында өшөргә, оҙаҡ йөрөргә, ғөмүмән, быуындарға артыҡ көс төшөрөргә ярамай.
Балға аллергия булған кешеләргә табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.
Фото: zdorovye-lyudi.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: