Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
6 Май 2021, 14:38

Ә һеҙ прививка яһаттығыҙмы?

Балтас районында барлығы 1376 кеше ковидҡа ҡаршы прививка яһатҡан.

Балтас үҙәк район дауаханаһында COVID-19 инфекцияһынан вакцинация дауам итә. 1376 кеше прививка яһатҡан инде. Был планға ҡарата 16 процент тигән һүҙ. Әммә, күмәк иммунитет булдыру өсөн беҙгә халыҡтың 60 процентын вакцинация менән ҡоласларға кәрәк.
Хәҙерге ваҡытта үҙәк район дауаханаһында Рәсәйҙә етештерелгән 414 доза күләмендә ике «ЭпиВакКорона» һәм «Гам-Ковид-Вак» вакциналары бар.
Вакцинация Балтас үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһында, ауылдарҙа график буйынса мобиль ФАП тарафынан үткәрелә.
Иҫегеҙгә төшерәбеҙ, 9 майҙа шулай уҡ вакцинация ойоштороласаҡ. Прививка яһатыусылар махсус күкрәк билдәләре менән бүләкләнәсәк.
https://baltach.rbsmi.ru/articles/-mgyyat/Baltach-rayoninda-kovidka-karshi-vaktsinatsiya-d-vam-it-785066/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=107258580
Читайте нас: