Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Сәләмәтлек
28 Апрель 2021, 11:00

Һөнәри байрамдары менән тәбрикләнеләр

Бөгөн Тиҙ ярҙам хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Шул уңайҙан Мишкә район дауаханаһының тиҙ ярҙам бүлеге хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланылар.

Мишкә районы хакимиәте башлығы Павел Трапезников, баш табип вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Валерий Гәрәев, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Айрат Ғафуров район дауаханаһының тиҙ ярҙам бүлеге хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм яуаплы эштәрендә уңыштар теләне. Район Мәҙәниәт һарайы артистары медицина хеҙмәткәрҙәренә музыкаль бүләк әҙерләгәйне.
Лилиә Хәсәнова.
Мишкә районы.
Читайте нас