Йән Әхиәр улы — Абзалтдиновтар династияһына башланғыс биреүсе. Ул 1936 йылда Мишкә районының Татарбай ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуа. Ғаиләлә беренсе бала була, унан башҡа тағы ла дүртәү тәрбиәләнә. Мәктәпте тамамлағандан һуң ул Бөрө медицина училищеһына уҡырға инә.
Уҡыу йортон тамамлағандан һуң, Йән Әхиәр улы тәүҙә Янағош, артабан Йылыш ауылдары фельдшер-акушерлыҡ пункттарында эшләй. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң район үҙәгендә урынлашҡан туберкулезға ҡаршы балалар шифаханаһына мөдир итеп тәғәйенләйҙәр.
Йән Әхиәр улы тәбиғәте менән бик ҡыҙыҡһыныусан кеше була, үҙен төрлө өлкәлә һынап ҡарарға теләй. Мишкә дауаханаһы рентген-лаборанттарға ҡытлыҡ кисергән ваҡытта ул, әҙерлек курстары үтеп, яңы һөнәр үҙләштереп ҡайта һәм оҙаҡ йылдар ошо вазифала эшләй. Унан һуң ойоштороу-методик кабинетының мөдире итеп тәғәйенләнә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы ошонда эшләй.
Тормош иптәше Фәнизә Ғата ҡыҙы менән Йән Әхиәр улы медицина училищеһында таныша. Уҡыу йортон тамамлағандан һуң йәштәрҙең юлдары айырыла, ләкин яҙмыш уларҙы йәнә Мишкә ауылында осраштыра. 1959 йылда улар өйләнешә. Фәнизә Ғата ҡыҙы хеҙмәт юлын Ирсай ауылының фельдшер-акушерлыҡ пунктында башлай. Унан һуң хаҡлы ялға сыҡҡансы Мишкә дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. 1960 йылда Фәнизә һәм Йән Абзалтдиновтарҙың Илмира исемле ҡыҙҙары донъяға килә, өс йылдан улдары Илдар тыуа. Ата-әсәһенең юлын дауам итеп, улар ҙа медицина юлын һайлай. Мәктәпте уңышлы тамамлап, икеһе лә Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Дипломлы белгестәр үҙҙәренең тыуған яғына әйләнеп ҡайтып, Мишкә дауаханаһында хеҙмәт юлын башлай. 1984 йылдан бөгөнгәсә Илмира Йән ҡыҙы невролог булып эшләй. Илдар Йән улы – теш табибы, 2006-2010 һәм 2015-2021 йылдарҙа Мишкә үҙәк район дауаханаһының баш табибы булып хеҙмәт итә. Тормош иптәше Әлфиә Әхмәт ҡыҙы ла район дауаханаһында табип-педиатр булып эшләй.
“Табип булыу – һөнәр генә түгел, ул йәшәү рәүеше”, – ти Илмира һәм Илдар Абзалтдиновтар.